

Сараға «Өфө пехота полкы» һәм «Мәргән уҡсы» хәрби-тарихи реконструкция клубтары вәкилдәре, данлы тарихыбыҙ һәм уның мөһим ваҡиғалары менән ҡыҙыҡһыныусылар йыйылды.
Тарихсы Рәмил Рәхимов шул осорҙағы Рәсәй армияһы тураһында һөйләне. 211 йыл элек император Александр I тарафынан еңеү айҡанлы сығарылған манифесты уҡыу сараның әһәмиәтле мәле булды. Ул ғәскәрҙәребеҙҙең өҫтөнлөгөн, Ватан һуғышының тамамланыуын билдәләүсе күрһәткес. Шул дәүерҙәге рус армияһының һәм башҡорт атлыларының хәрби формаһын кейгән реконструкторҙарҙың ҡатнашыуы байрамға айырыуса тантаналы төҫ бирҙе.
Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ике йөҙ йылдан ашыу булған элекке ваҡиғалар менән бөгөнгө көн араһындағы оҡшашлыҡтарҙы билдәләмәү мөмкин түгел: ул саҡта ла, бөгөн дә яугирҙарыбыҙ тиңһеҙ ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм рухи көс менән хайран итә.