Новости
27 Декабря 2023, 15:31

Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу

Бөгөн редакциябыҙҙа айырыуса йәнлелек хөкөм һөрҙө – журналыбыҙҙың быйылғы йыл лауреаты, «Япон мулла» романы авторы Рәшит Хәкимов, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған конкурсыбыҙ еңеүселәре Рәсүл Сәғитов, Ғәли Ғәниева менән осрашыу уҙҙы. 

Күңелдәрҙе йылытыр осрашыуКүңелдәрҙе йылытыр осрашыу
Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу

 

Күркәм сәй табыны артында күңелдәр бушағансы һөйләшеп, уҙған йылға йомғаҡ яһаныҡ, алдағы көндәргә уй-ниәттәр менән уртаҡлаштыҡ. 

Силәбелә йәшәүсе ватандашыбыҙ Рәшит Шәүкәт улының әҫәре журналыбыҙ өсөн генә түгел, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте өсөн ҙур асыш булды. Документаль юҫыҡтағы был романды уҡыр өсөн баҫманың һәр һанын көтөп алдылар, тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. 

- «Ватандаш» журналын күптән уҡыйым, уның иң тәүге һаны ла һаҡлана миндә. Ғайса Хөсәйенов, Нияз Мәжитов кеүек арҙаҡлы ғалимдарыбыҙ баҫылған журналда ҡасан да булһа минең дә яҙмам донъя күрер, тип һис уйламағайным. Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың исемен күтәреүегеҙ, бар Башҡортостан халҡына еткереүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Рәшит Шәүкәт улы. 

Билдәле радиожурналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсүл Сәғитовтың яҙмалары баҫмабыҙҙа йыш ҡына донъя күрә. Үҙенә генә хас үҙенсәлекле фекерҙәре, тос һүҙҙәре өсөн ярата уны радио тыңлаусылар ҙа, журнал уҡыусылар ҙа. Остазы Марат Муллағолов хаҡында  йылы хәтирәләр менән һуғарылған яҙмаһы өсөн Рәсүл Хәсән улы конкурсыбыҙҙа 1-се урынға лайыҡ булды. 

- Бөгөнгө еңел булмаған заманда журналдың үҙ йөҙөн һаҡлап ҡалыуы, һаман да ҡалын баҫма булып сығыуы – ҙур ҡаһарманлыҡ, оло хеҙмәт ул. «Ватандаш» журналы уҙғарған конкурс иһә минең өсөн эталон булған Марат Муллағолов тураһында яҙыуға этәргес булды. Үҙемдән бигерәк, ағайҙың рухы өсөн ҡыуандым, - тине Рәсүл Хәсән улы. 

Бөрө ҡалаһынан Ғәлиә Ғәниеваның яҙмаһы  талантлы әҙип, абруйлы уҡытыусы Мөслим Әбсәләмов хаҡында ине. Автор үҙе, Мөслим Бәхтейәр улының уҡыусыһы булараҡ, остазын  оло йөрәкле кеше итеп һүрәтләүгә өлгәшкән. Ғәлиә Ғәлийән ҡыҙы ла, журнал хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтен белдереп, конкурстың мөһимлеген билдәләне. 

Рәсүл Хәсән улының гармун моңдары, шағирә, «Ватандаш» журналының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире Зөлфиә Ханнанованың шиғырҙары осрашыуға сағыу биҙәк булып үрелде. Был матур көн хәтирәһе күңелдәрҙе оҙаҡ йылытыр әле. Әммә хушлашмайбыҙ – авторҙарыбыҙ менән хеҙмәттәшлек артабан да дауам итәсәк. 

 

 

 

 

Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу
Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу
Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу
Күңелдәрҙе йылытыр осрашыу
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас