Новости
15 Декабря 2023, 05:31

Мөғжизәле ижад иленә илтеүсем

Быйылғы йыл уҡытыусы остаз йылы тип иғлан ителгәс, мин дә уйлап ҡуйҙым, ә минең остазым кем? Бына тормош юлымда күпме уҡытыусылар осраны, барыһы ла һәйбәт булдылар, тик күптәренең исемдәрен дә иҫләмәйем инде. Ә бына бер уҡытыусым, юҡ беренсе уҡытыусым түгел, минең йөрәгемдең бер түрендә. Һеҙ һорарһығыҙ ни өсөн?-тип. Сөнки ул миңә мөғжизәле ижад иленә ишек асыусым, әҙәбиәткә һөйөү уятыусым, китап доньяһына етәкләп алып инеүсем. Үҙемә ижад итергә өйрәтте, уй-кисерештәрҙе , тәбиғәт матурлығын күрергә генә түгел, уны матур итеп һүрәтләү оҫталыҡтарын еткерҙе. Бына шул уҡытыусым, минең остазым хаҡында һеҙгә лә һөйләп үткем килә.

Мөғжизәле ижад иленә илтеүсемМөғжизәле ижад иленә илтеүсем
Мөғжизәле ижад иленә илтеүсем
Бөгөнгөләй хәтеремдә 1990-сы йылдың 1 сентябре, мин инде ҙур үҫкән ҡыҙ, яңғыҙым сумкамды аҫып, матур мәктәп формаһын кейеп, ҡулға ҙур гөлләмә тотоп мәктәпкә барҙым, быйыл 2-се синыф уҡыусыһы булам бит.
Миңә беренсе синыфта уҡыу бик оҡшаманы, юҡ уҡытыусы һәйбәт ине. Тик мин мәктәпкә барғансы уҡый, яҙа, математиканан 3-сө синыф миҫал, мәсьәләләрен сисә инем, шуға бар нимәне белгәс ҡыҙыҡ булманы, күп сағында дәрестә шаярып ултыра торған инем. Икенсе синыфҡа ашыҡтым, яңы белем бирерҙәр тип.
Беҙҙең класта 4 уҡыусы инде, айырым бүлмәгә индереп ултырттылар, урындарыбыҙға ултырғас, ишек асылып китте, тәүҙә 1-се синыфта уҡытҡан уҡытыусыбыҙ, ә уның артынан йәш кенә, һомғол буйлы, ҡуйы ҡара толомло, ҡыйғас ҡашлы, сибәр апай инде. Беҙ дүртәүләшеп ауыҙыбыҙҙы асып, белмәйем ҡалғандар ни уйлағандыр, ә минең баштан шундай уй үтте:"Был апай ожмахтан килгән фәрештәме икән? Ундай сибәр уҡытыусы булмайҙыр, тыңламаһаҡ нисек әрләшер икән, тип бер яҡтан гүзәл апаға һоҡланып, икенсе яҡтан йәлләп ҡарап ҡуйҙым. Беҙҙең яңы уҡытыусыбыҙҙың исеме Нәзирә икән, исеме лә ябай түгел, беҙҙең ауылда ундай исемлеләр юҡ ине.
.... Нәзирә апа(элек уҡытыусыларҙы ябай ғына апа тип әйтә инек бит) минең әсәйҙең тыуған ауылы Бәләкәй Үтәш ауылынан.
Ә кем булған һуң уның ата-әсәһе.
Әсәһе Ҡырмыҫҡалы районы Күлдәр ауылы һылыуы Вәсилә Хәмидулла ҡыҙы, атаһы Бәләкәй Үтәш ауылы егете Рәис Лотфрахман улы 1959 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Икеһе лә бик егәрле, уңған булалар, шуғаҙыр инде үҙ тырышлыҡтары менән ауылда беренсе булып мунса һалалар, телевизор, теген машинаһы, кер йыуыу машинаһы, сепаратор һатып алалар. Колхозда ла алдынғылар рәтендә эшләйҙәр.
Бер-бер артлы 7 балалары доньяға килә, иң өлкәне Рәүис, һуңынан береһенән-береһе гүзәл ҡыҙҙар:Миңнигөл, Гөлнәзирә, Зөлфиә, Дилфиә, Нәзирә һәм Эльвира.
Аталары Рәис ағай заманына күрә бик уҡымышлы кеше була, рус әҙәбиәтен ярата, төрлө китаптары күп, өй башында китапханаһы була. Ауыл кешеләре китаптар алып уҡыйҙар унан.
Тик ғүмере генә бик ҡыҫҡа була шул Рәис бабайҙың, 1976 йылда Вәсиләһен ете балаһы менән йәтим итеп китеп бара. Вәсилә әбей төшөнкөлөккә бирелмәй, элеккенән дә күберәк эшләй, хәҙер бит ул ете балаға әсәй ҙә, атай ҙа булырға тейеш. Яңғыҙ әсә булһа ла, ете балаһына ла юғары белем алырға ярҙам итә:"Уҡығыҙ балалар, белемле кеше бер ҡайсанда юғалып ҡалмаҫ, уҡымышлы кешеләрҙе һәр ерҙә хөрмәт итәләр",- тип әйтә торған булған. Дүрт ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Йәш сағында йонсоп донъя көтһә лә, ҡартайған көндәрендә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, оноҡтарының ҡәҙер, хөрмәтен күреп йәшәне, былтыр 83 йәшендә гүр эйәһе булды, минең остазымдың әсәһе.
Нәзирә апа ғаиләлә алтынсы бала булып доньяға килә, дүрт апаһы, бер ағаһы уны ҡурсаҡ урынына ҡарайҙар. Әсәй менән атай бит инде күп сағы колхоз эшендә була, мәктәптә бик яҡшы уҡый, 10 синыфты тамамлағас, уҡытыусы булам тип институтҡа көндөҙгө бүлеккә уҡырға инә, тик ул йылдарҙа уҡытыусылар етешмәгәнлектән РАНО ситтән тороп уҡырға, ә хәҙер бер ауылға уҡытыусы булып барырға ҡушалар.Баҡраҡ ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп.
Нәзирә апай мөләйем, алсаҡ йөҙлө, тәмле телле, матур йылмайыуы менән бик тиҙ беҙҙе үҙенә ҡаратып алды. Синыфыбыҙҙа ике ҡыҙ, ике малай инек, беҙ Ләйсән исемле класташым менән уҡытыусыбыҙҙың эргәһенән китмәй инек, уның һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай инек. Ул күп уҡый ине, беҙгә лә һәр саҡ:"Китап уҡығыҙ, белемегеҙ ҙә артыр, телегеҙ шымарыр, һүҙ байлығығыҙ артыр, яҙыуығыҙ ҙа яҡшырыр. Китап бит ул үҙе бер донья, уҡыған һайын уҡығы килә. Тик уҡығанда бер ни ҡамаусауламаһын",-ти ине.
Шуға мин икенсе синыфтан китаптар уҡый башланым, һәр саҡ донъямды онотоп, китап персонаждары менән үҙем йәшәгән кеүек  хис итеп. Беренсе тапҡыр гәзиткә мәҡәлә ебәрергә лә ул тәҡдим итте, ә баҫылып сыҡҡас, ысын күңелдән минең менән бергә шатланды.
Нәзирә апа дәрестәрҙе бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс уҙғара ине. Башҡа уҡытыусылар һымаҡ бер ҙә иҫләмәйем тауыш күтәргәнен, һәр саҡ йылмайып, матур ғына итеп әйтә ине, ҡай саҡта башын да әйләндергәнбеҙҙер инде, түҙемле, сабыр булды апабыҙ.
Сит ауылда, ят кешеләр, Нәзирә апаны яңғыҙ йәшәгән Хәжәр исемле әбейгә өйгә индерҙеләр. Әбей менән бик дуҫ йәшәнеләр, әсәле-ҡыҙлы һымаҡ. Йәш уҡытыусыға ауылдың бар егеттәрҙең күҙе төшә. Апа ғына эшенә бирелеп киткән, егеттәр тураһында уйламай ҙа ине. Шулай ҙа Рафил исемле егет йөрәгенең ҡылын сиртә, яңы йыл алдынан кәләш итеп алып ҡайта. Гөрләтеп туй үткәрәләр. Тәүҙә Рафил ағайҙың ата-әсәһе менән бергә йәшәйҙәр, һуңынан ҙур йорт һалып сығалар. Бәхетле ғаиләнең мөхәббәт емештәре: Илнур, Илвина, Илназ. Оло улдары Илнур ғаиләле, кәләше Эльмира менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр, ике бәпәйҙәре бар. Илвина сибәркәй Ырымбур дәүләт медицина университетында 6-сы курста уҡый, буласаҡ педиатр. Ә бәләкәстәре Илназ Стәрлетамаҡта "механик" һөнәрен үҙләштерә.
Нәзирә апа 15 йыл Ғафури районы Баҡраҡ башланғыс мәктәбендә уҡыта, 2015 йылда мәктәп ябылған, Еҙем-ҡаран мәктәбенә йөрөп эшләй башлай, бына 8 йыл инде шул мәктәптә белем өләшә. Уның уҡыусылары төрлө һөнәр кешеләре, улар һәр саҡ Нәзирә Рәис ҡыҙының беренсе һабаҡтарын онотмайҙар.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтер инем. Мин рәхмәтлемен яҙмышыма, тормош юлымда шундай алсаҡ күңелле, аҡыллы, мөләйем Нәзирә апам осрағанына. Ул миңә белем генә түгел, әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү уятты.
Алдағы тормошонда тик яҡты көндәр, сәләмәтлек, ғаилә бәхете юлдаш булһын!
 
Шәйәхмәтова Лена Ғаяз ҡыҙы
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Автор:
Читайте нас