Новости
15 Декабря 2023, 09:19
ОБЩЕСТВО

Бөрйән яҡташтар берлеге ҙур Спартиакида уткәрҙе

Яҡташтар араһында ярыштар старты тантаналы рәүештә яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының спорткомплексында үтте.

Бөрйән яҡташтар берлегеБөрйән яҡташтар берлеге
Фото:Бөрйән яҡташтар берлеге

Яҡташтар араһында ярыштар башланыуына старт тантаналы рәүештә яңыраҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының спорткомплексында үтте. Был тантанаға Спартакиадала ҡатнашҡан 12 команда, көйәрмәндәр һәм ҡунаҡтар килде. Улар өсөн дәртле көйҙәр һәм бейеүҙәрҙе ҡурайсы, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Айҙар Байтимеров, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «Амадео» заманса бейеү студияһы, «Шатлыҡ» халыҡ бейеү ансамбле солисы Алһыу Вәлинурова башҡарҙы.

Тантананың хөрмәтле ҡунаҡтары - Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова, Башкорт дәүләт аграр университетының ректоры Илдар Ғәбитов, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, ижтимағи эшмәкәр Хәләф Ишморатов һәм башҡалар Спартакиада асылыу менән ҡотлап, фатихаларын бирҙеләр.

«Бөрйән яҡташтар берлеге быйыл эшен яңы составта башланы. Эш пландарыбыҙ күп. Яңыраҡ тыуған районыбыҙҙан башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын сәхнәләштергән балалар коллективын Өфө сәхнәһенә сығарып, уларға башҡаланы күрһәттек. Ә был Спартакиада алдағы йылдың июнь айына тиклем 16 спорт төрө буйынса утеп, ҙур яҡташтар һабантуйы менән тамамланасаҡ», - тип белдерҙе Бөрйән яҡташтар берлегенең рәйесе Ришат Сабитов.

 

Бөрйән яҡташтар берлегенең
пресса хеҙмәте

Читайте нас