Новости
14 Декабря 2023, 16:33

“Остаз” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған “Остаз” республика конкурсының финал уйыны үтте.

“Остаз” республика конкурсына йомғаҡ яһалды“Остаз” республика конкурсына йомғаҡ яһалды
“Остаз” республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторған “Остаз” республика конкурсының финал уйыны үтте. Яңы проект уҡытыусыларҙы туплау, иң яҡшы педагогик идеяларҙы таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу кеүек маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп булдырылған. Сара Педагог һәм остаз йылына, республикала иғлан ителгән Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арналған.

Быйыл май айынан ноябргә тиклем республиканың ете муниципаль зонаһында милли мәктәп директорҙары, туған тел буйынса методистар, башҡорт теле уҡытыусылары, башҡорт төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәселәрҙән төҙөлгән командалар араһында ярыштар үтте. Барлығы ете муниципаль зонала 56 команда, 530 педагог көс һынашты. Үҙ төркөмдәрендә еңеп сыҡҡан туғыҙ команда 14 декабрь – Башҡорт теле көнөндә төп приз өсөн көрәште. Финалистар исемлегендә – “Смарт” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһының “СМАРТ-Осош” командаһы, Өфө ҡалаһы Дим районының “Дим ҡыҙҙары”, Благовещен районынан “Алға”, Мәсетленән “Мәсетле остаздары”, Яңауылдан “Телһөйәрҙәр”, Бәләбәй районынан “Аманат”, Хәйбулланан “Аҫылташ”, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Эстәрле”, Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының “Кадеттар” командалары.

Педагогик бәйге өс турҙа үтте. Тәүге турҙа командалар“Атайсалға хеҙмәт итәм” исемле презентациялары ярҙамында үҙҙәре менән үҙенсәлекле итеп таныштырырҙы, артабан “Педагогик хазина” исемле оҫталыҡ бәйгеһендә уҡытыуҙың яңы алымдарын, эштәрендә ҡулланған заманса технологияларҙы күрһәтте, башҡорт теле, мәҙәниәте, әҙәбиәтенә, тарихына, методикаға ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Командаларҙың сығышын абруйлы жюри асыҡ алымда баһаланы. Һөҙөмтәлә беренсе урынды - “Смарт” 2-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы командаһы, икенсе урынды - А.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусының командаһы, өсөнсө урынды Хәйбулла районы педагогтары яуланы. Еңеүселәргә кубоктар, бүләктәр тапшырылды, бынан тыш, ҡатнашыусыларға дипломдар, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетының махсус бүләктәре бирелде. Башҡорт телен уҡытыуға, һаҡлауға ҙур өлөш индергән педагогтарҙың хеҙмәте ведомстволарҙың Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, шулай уҡ яңы булдырылған “Остаз” миҙалы менән баһаланды.

Автор:Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас