

Ойоштороусылар (сара Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы һәм «Бельские просторы» журналы тарафынан уҙғарылды) билдәләүенсә, конкурс Башҡортостан яҙыусылары ижадына ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған – бәйгелә 190-дан артыҡ кеше үҙ көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Ғариза биреүселәрҙең 71-е – Башҡортостандан, 48-е – Татарстандан, шулай уҡ Беларусь, Ҡаҙағстан, Норвегия, Төркиәлә йәшәүселәр ҙә баһалама ағзалары ҡарамағына үҙ эштәрен ебәргән.
Конкурс почтаһына 698 шиғыр, биш поэма, 41 хикәйә, 15 повесть, ике әкиәт тәржемәһе килгән, шулай уҡ романдан ике өҙөктө рус теленә тәржемәләгәндәр. Мәҫәлән, Белоруссияның Клинчев ҡалаһынан Валентина Никитина 111 шиғыр, дүрт хикәйә һәм ике әкиәтте жюри ҡарамағына тапшырһа, Екатеринбургтан Андрей Расторгуев – 55, Ульяновскиҙан Николай Марьянин 50 шиғыр ебәргән.
Жюри составына Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус телле яҙыусылар берләшмәһе рәйесе Светлана Чураева, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Рәсәй Яҙыусылар союзы секретары Нина Ягодинцева, Рәсәй Яҙыусылар союзының Ярославль бүлексәһе рәйесе Мамед Хәлилов, «Литературная газета» баҫмаһының баш мөхәррир урынбаҫары Анастасия Ермакова инде. Уларға конкурс эштәре билдәле тәртиптәге номерҙар аҫтында тапшырылған, тауыш биреү аноним рәүештә үткәрелгән.
«Проза» номинацияһында 1-се урынды «Ватандаш» журналының бүлек мөхәррире Рәйлә Ғәлиева яуланы. Ул Диплом һәм 50 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. «Шиғриәт» номинацияһында дипломға һәм шундай призға Екатеринбургтан Андрей Расторгуев лайыҡ булды.
«Проза» номинацияһында 2-се урын - Заһиҙә Мусинаға, «Шиғриәт» номинацияһында Әстрәхандан Денис Ткачевҡа бирелде. Улар Диплом һәм 30 меңлек сертификатҡа эйә булды.
Өфөнән Розалия Вәхитова менән Рөстәм Вәхитов 3-сө урынға һәм 20 меңлек сертификатҡа лайыҡ булды.