Новости
26 Ноября 2023, 08:26

Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!

Илеш районының Үрмәт ауылында Әсәйҙәр көнөнә арналған ошондай исемле сара үткәрелде. 

Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!

 

Уны китапхана мөдире Индиза Шәрипова ойошторҙо. Мәҙәниәт йортона йыйылған гүзәл заттарҙы ауыл хакимиәте башлығы Илдар Әлфәф улы Муллағолов ҡотланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Украина ерендәге махсус операцияла ҡатнашып, һәләк булған Үрмәт егеттәре Эльвир Яҡупов һәм Рөстәм Йыһаншиндың әсәләре Тәнзилә Әнүәр ҡыҙы Яҡупова менән Флүрә Хәкимйән ҡыҙы Хәйретдинова ла бар ине. «Ватандаш» журналы хеҙмәткәре Зөлфиә Ханнанова яугир егеттәрҙең әсәләренә 2024 йылға башҡорт баҫмаларына подписка бүләк итте.

«Эльвир менән Рөстәм шаһит үлеме менән һәләк булған. Ундайҙар тура Йәннәткә эләгә, әммә әсә кеше өсөн бала ҡайғыһынан да олораҡ ҡайғы юҡ. Улдарын юғалтҡан әсәләргә миһырбанлы, булайыҡ. Уларҙың күңел яраһын үҙебеҙҙең йылы һүҙебеҙ, ҡулдан килгәнсә күрһәтелгән хәстәрлегебеҙ, яғымлы ҡарашыбыҙ менән булһа ла имләргә тырышайыҡ!» – тине шағирә.

 Шиғриәт һәм йыр-моң менән үрелеп барған матур кисә берсә һағышландырып, берсә ҡанатландырып, күңелдәрҙе сафландырҙы, яҡтылыҡҡа өндәне.

 

 

Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Йәннәт – әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында!
Автор:
Читайте нас