

Конкурсты «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, индивидуаль эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам» милли проектын, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ойошторған. Быйыл сараның операторы булып Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды сығыш яһаны.
Сәләмләү һүҙендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов конкурс еңеүселәрен ҡотланы һәм төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән күп нәмәләр эшләүен билдәләне.
- Бәләкәй бизнес эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 623,9 меңдән ашыу кеше эш урындары менән тәьмин ителә, 15,8 миллиард һумға яҡын һалым эшҡыуарҙарҙан килә. Бынан тыш, илебеҙҙең иҡтисади тормошондағы мөһим элементы булараҡ, тауарҙар һәм хеҙмәттәр экспортының күпселек өлөшө тап шәхси бизнес менән тәьмин ителә, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - төбәктең иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры ҡулынан наградаларҙы өс эшҡыуар алды.
- «Йыл эшҡыуары» исеме үҙ бизнесын үҫтереүҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелә. Быйыл республика этабына 52 муниципалитеттан 143 ғариза килде. Финалға 46 ҡатнашыусы сыҡты, уларҙың 16-һы еңеүсе булды, - тине Рөстәм Афзалов.
Жюри конкурсанттарҙы тауарҙар һатыуҙан (хеҙмәтләндереүҙән) алынған төшөм, предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы, ил һәм республика бюджетына түләнгән һалым, йыйымдар, страховка взностары суммаһы, килем кимәле, яңы эш урындары һаны, шәфҡәтлелек һәм эшлекле репутация кеүек төп күрһәткестәр буйынса баһаланы.
- Бүләкләү тантанаһы өсөн фонд әҙерләгән почет таҡтаһы - бөгөн эшҡыуар статусын яҡлау өсөн иң кәрәкле концепт ул. 2007 йылда әлеге конкурсты ойошторғаным өсөн айырыуса ҡыуанам. Бөгөн иһә ул Халыҡ-ара бизнес аҙналығы кимәленә күтәрелде. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Барлыҡ еңеүселәрҙе ҡотлайым, ә ҡалғандарға ошондай конкурстарҙа йышыраҡ ҡатнашыуҙарын теләйем, - тине Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фондының генераль директоры Элиана Сәйетова.
«Етештереү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары» номинацияһында еңеүсе Салауат Хәлимов (Миәкә районы) саранан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Конкурс юғары кимәлдә ойошторолдо. Хеҙмәтебеҙҙе юғары баһалауҙары бик ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына һәм был сараны әҙерләүгә йәлеп ителгәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм, - тип билдәләне эшҡыуар.