Новости
23 Ноября 2023, 04:30

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында индустрия үҫеше хаҡында һөйләштеләр

Өфөлә башланған Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2023 барышында «Туристик киләсәккә ҡараш. Бөтә донъя буйынса милли продукт» сессияһы үткәрелде.

Халыҡ-ара бизнес аҙналығында индустрия үҫеше хаҡында һөйләштеләрХалыҡ-ара бизнес аҙналығында индустрия үҫеше хаҡында һөйләштеләр
Халыҡ-ара бизнес аҙналығында индустрия үҫеше хаҡында һөйләштеләр

 

Сараны асып, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Азамат Ғәлин был йүнәлештең республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө булыуын билдәләне.

- Төбәктең географик һәм климат үҙенсәлектәре айырым өҫтөнлөктәр бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды спикер. - Беҙҙә бар төр ландшафттар ҙа тиерлек бар, тау саңғыһы базалары, шифаханалар эшләй, йылғалар буйлап һалда ағып төшөргә мөмкин, һәм беҙ ошо йүнәлештәрҙе йыл әйләнәһенә – дүрт миҙгел дауамында үҫтерә алабыҙ. Башҡортостан эске туризмдың күп йүнәлештәрендә ‘алдынғы позицияларҙы бирмәй. Уҙған йылда республикабыҙҙа  2 миллион тирәһе турист булды,  һәм беҙ был күрһәткестең 20-30-35 процентҡа артыуын күрәбеҙ.

 Азамат Ғәлин төбәктең туристик локациялар инфраструктураһын киңәйтеү, уларҙы төҙөкләндереү, яңы объекттар төҙөү өҫтөндә әүҙем эшләүенә иғтибарҙы йүнәлтте. Башҡортостанда транспорт уңайлылығы һәм бизнесҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләре лә ҡарала. 2023 йылда туризмды финанслау күләме миллиард ярым һумдан ашыу тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәйҙә – тәүгеләрҙән. Яңыраҡ Учалы, Белорет, Баймаҡ, Бишбүләк һәм Ишембай райондарында алты үҙенсәлекле маршрут грант ярҙамын алған. Республика өсөн милли продукт брендын булдырыу бик мөһим. Был продукт төбәктең туристик потенциалын күтәреү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә буласаҡ.

 

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас