

Быйылғы форум ун алтынсы тапҡыр үткәрелә. Хөкүмәт һәм бизнес араһында диалог алып барыу өсөн майҙансыҡта көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала һәм үҫеш йүнәлештәре билдәләнә. Форумдың төп темаһы - киләсәккә табан юлда иҡтисадты үҙгәртеү.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, форумдың һәр көнө тематик блоктар буйынса бүленгән. Концептуаль сессиялар эксперттарға киләсәккә күҙ һалырға ярҙам итәсәк.
- Быйылғы тема – «Иртәнән hуңға. Профессиональ берләшмә фаразы». Беҙ эшлекле берләшмә өсөн 25 йыл дауамында көнүҙәк буласаҡ яңы көн тәртибен булдырабыҙ. Форум 3 тематик көнгә бүленгән. Инвестициялар, бизнес өлкәһендәге эксперттарҙың, халыҡ-ара эшлекле берләшмәнең, шулай уҡ "дүртенсе власть" вәкилдәренең киләсәкте нисек күҙаллауын аңлай аласаҡбыҙ. Халыҡ-ара бизнес аҙналығының төп ваҡиғаһы - махсус көндәр. Унда Рәсәй Федерацияһы субъекттарының иҡтисад министрҙары фекер алышасаҡ. Шулай итеп, илдең киләсәген ғәмәлдәге иҡтисадсылар формалаштырасаҡ, - тип билдәләне Рөстәм Моратов.
2022 йылда форумда 3000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан, шул иҫәптән - федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирә вәкилдәре, рәсми һәм эшҡыуарлыҡ делегациялары. Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә илле дүрт килешеү төҙөлгән.
Быйыл Халыҡ-ара бизнес аҙналығы 4 меңдән ашыу кешене берләштерәсәк, тип күҙаллана. 50-нән ашыу эшлекле сара уҙасаҡ, унда федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге 400-ҙән ашыу спикер сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ултырышында форумдың эшен махсус көндәр менән 1 декабргә тиклем оҙайтырға ҡарар ителде.