

- Агросәнәғәт комплексы әүҙем эшләй. Бөгөн Азия менән хеҙмәттәшлекте үҫтерәбеҙ, яңы йүнәлеш - Африка менән мөнәсәбәттәрҙе яйға һалабыҙ. 2023 йылдың башынан донъяның 27 иленә ярты миллион тонна Башҡортостан продукцияһын оҙаттыҡ. Башҡортостанда йыл һайын 1,6 миллион тонна һөт етештерелә. Киләһе йылда балалар аҙығы етештереү заводын файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ, бындай завод Рәсәйҙә әлегә юҡ. Заводта 1 мең тонна самаһы һөт эшкәртеләсәк. Предприятиеларҙы сеймал менән тәьмин итеү өсөн ҙур фермалар төҙөйбөҙ. Шулай уҡ ҡошсолоҡто ла үҫтерәсәкбеҙ, экспортҡа бройлер ите етештереләсәк. 2030 йылға тиклем 300-гә яҡын ҡошсолоҡ фермаһын һәм фабрикаларын реконструкциялау һәм төҙөү күҙаллана, - тине Илшат Фазрахманов.
Ҡунаҡтарға шулай уҡ аграрийҙарға дәүләт ярҙамы саралары, республикала умартасылыҡты үҫтереү тураһында һөйләнеләр. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы етәксеһе әйтеүенсә, ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы «Алтын солоҡ» учреждениеһында үҙенсәлекле молекуляр-генетик экспертиза лабораторияһы эшләй. Унда Рәсәй биләмәһендәге бал ҡорттарының ДНК банкы тупланған. Ул даими рәүештә тулыландырып һәм яңыртылып тора. Был ҡиммәтле мәғлүмәт һәр тоҡом бал ҡорто өсөн эталон идентификаторҙар булдырырға мөмкинлек бирә.
Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһе әкименең беренсе урынбаҫары Нурымбәт Соҡтағанов билдәләүенсә, төбәктең агросәнәғәт комплексы ҙур перспективаларға эйә.
Ҡаҙағстан делегацияһы «Алтын солоҡ» ойошмаһы лабораторияһында, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге лабораторияһында булды. Планда - агросәнәғәт комплексының башҡа объекттарына ла барыу.