Новости
16 Ноября 2023, 07:02

Радий Хәбировҡа - юғары награда

Кисә Мәскәүҙә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты.

Радий Хәбировҡа - юғары наградаРадий Хәбировҡа - юғары награда
Радий Хәбировҡа - юғары награда

Осрашыуҙа Сергей Лавров Радий Хәбировҡа “Халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә индергән өлөшө өсөн” түш билдәһен тапшырҙы. Федераль министр билдәләүенсә, республика илебеҙҙең дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлегенә ҙур өлөш индерә.

 

– Халыҡ-ара саралар үткәреүгә матур мөмкинлектәр булдырғанығыҙҙҙы юғары баһалайбыҙ. Киләһе йылда үтәсәк Рәсәй һәм Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлеге форумын юғары кимәлдә үткәрерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Беҙгә ярҙам иткән ЮНЕСКО эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуығыҙҙы ла билдәләргә теләйем. Миңә ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәйҙең Хөкүмәт Комиссияһына етәкселек итеү йөкмәтелгән. Шуға күрә был өлкәләге ҡаҙаныштарығыҙҙы яҡшы күрәбеҙ, – тине Сергей Лавров.

Автор:
Читайте нас