

Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында донъя күргән ыҡсым ғына, күркәм был йыйынтыҡҡа әҙиптең төрлө йылдарҙа яҙған шиғырҙары ингән. Осрашыуҙа йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, уҡыусылар ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашты.
Рәшит Закир улы, хәтирәләр ебен тағатып, тәүге шиғри юлдарҙың 6-сы класта уҡыған саҡта яҙылыуы хаҡында һөйләне. Күңелдән эркелгән хистәр махсус дәфтәргә теркәлгән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул юғалған.
- Октябрьский ҡалаһындағы нефть техникумында уҡығанда туған телде, әҙәбиәтте һағына башланым, сөнки бөтөн фәндәрҙән дә фәҡәт башҡорт телендә уҡыныҡ. Сит мөхит күңелдәге ҡуҙҙы ҡуҙғытып ебәрҙе – башҡортса китаптар уҡый, гәзит-журналдар алдыра башланым, күңелдә ижад тойғоһо барлыҡҡа килде. Техникумда уҡығанда ла, армияла ла шиғырҙар яҙып ҡараным, әммә ысын ижади мөхиткә мин дә 1960-сы йылдарҙа ғына килеп индем, - ти Рәшит Закир улы.
Армия хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет туп-тура Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетына юл тота һәм ижади ынтылыш менән йәшәй башлай.
Осрашыуға килгән уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп, аҡһаҡал күңеленә яҡын образдар хаҡында һөйләне, телдәрҙе – башҡорт теле булһынмы, рус телеме йәки сит ил телеме – белергә, ҡәҙерләргә саҡырҙы.
- Тормош юлын башлағанда дөрөҫ старт алыу мөһим. Киләсәктә кем булырға, нимәгә өлгәшергә теләүегеҙҙе алдан уйлап йәшәһәгеҙ ине. Алдағы юлығыҙҙы күҙалларға тырышығыҙ. Яҡтылыҡҡа, намыҫлы йәшәүгә инанығыҙ. Тормош юлын намыҫлы үтеү – ҙур бәхет, - тине Рәшит Закир улы, йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
Әлеге ваҡытта башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы - бихисап китаптар, монографиялар, ғилми хеҙмәттәр авторы. Ошо дәүер эсендә әллә күпме ваҡиғалар булып уҙған, улар араһында ҡыуаныслылары ла, күңелде өткәндәре лә етерлек. Уларҙың күбеһе хаҡында яҙыусының «Йөрәктәге яҙмалар» китабында бәйән ителгән.
Осрашыуҙа шулай уҡ әҙиптең ҡыҙы – драматург, прозаик Шәүрә Шәкүрова ла ҡатнашты.
- Был китаптың формаһы ла, йөкмәткеһе лә бөгөнгө йәшәү темпына тура килә. Ошо бәләкәй шиғырҙарҙы уҡып, кемдер тәьҫирләнеп, уйға ҡалыр, бәғзеләр ниндәйҙер фекергә килер. Бында атайымдың йәш сағында яҙған ярһыу хисле шиғырҙары ла, олоғая төшкәс ижад иткән фәлсәфәүи әҫәрҙәре лә бар. Улар һеҙҙең телегеҙҙе камиллаштырырға, байытырға ярҙам итер, - тине Шәүрә Рәшит ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты етәксеһе Юлдаш Йосопов үҙ сығышында китап авторына йылы һүҙҙәрен еткерҙе.
- Башҡорт халҡы өсөн Рәшит Шәкүрҙең исеме оло әһәмиәткә эйә. «Ынйы бөртөктәре» китабының донъя күреүе рухиәтебеҙ үҫешенә ҙур аҙым, тип һанайым. Шиғырҙарҙың форматы ла, йөкмәткеһе лә күңелгә яҡын – улар төплө, мәғәнәле. Рәшит Закир улының топонимика өлкәһендәге, энциклопедистикалағы ҡаҙаныштары ла баһалап бөткөһөҙ. Мин уны Зәки Вәлиди, Салауат Юлаев кимәлендәге шәхестәр рәтендә күрәм, - тине ул һәм китапты сығарыуға үҙ өлөшөн индереүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Яҡты, йылы тойғолар ҡалдырған был осрашыуҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы төрлө йылдарҙа ижад иткән шиғырҙарын уҡыны.
Ал бирмәйсә алға барам,
Аҡ юлдарым – аҡ күбек.
Ахыры, мин был донъяла
Ауыҙлыҡлы ат кеүек, -
тигән юлдар бар әҙиптең 1969 йылда ижад ителгән шиғырында.
Ҡатмарлы ла, хикмәтле лә тормош ваҡиғаларын кисергән шәхесебеҙҙең «Ауыҙлыҡлы ат булһаң да, алға барырға кәрәк» тигән һүҙҙәренә оло мәғәнә һәм фәлсәфә һалынған.