

Ҡатнашыусыларҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, философия фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина тәбрикләне. Институттың тел ғилеме бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы Гөлназ Йәғәфәрова Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған «Башҡорт теленең лингвоэкологияһы» проекты хаҡында һөйләне. Был проектҡа ярашлы, «Белемле.RU» тип аталған мәғлүмәти платформа өҫтөндә эш алып барыла. Башҡорт теленең нормаларын һаҡлау өсөн булдырылған, белем үҫтереүсе мәғлүмәттәр һәм материалдар туплаған сайт киләһе йылдың башынан эшләй башлаясаҡ тип күҙаллана. Ҙур аудиторияға тәғәйенләнгән порталдың эше һорау-яуап рәүешендә төҙөләсәк. Унда орфография буйынса ғилми хеҙмәттәр, һүҙлектәр, башҡа әсбаптар, башҡорт теленең машина фондына һылтанма, шулай уҡ телсе ғалимдар хаҡында мәғлүмәт урын аласаҡ.
Түңәрәк өҫтәлдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Ләлә Хөсәйенова үҙенең докладында башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы мәсәләһен тикшерҙе. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәренең сығыштары хәҙереге тел ғилеменең көнүҙәк темаларына арналды: көнсығыш ҡулъяҙмалар бүлеге мөдире, филология фәндәре канидаты Гөлнара Абдрафиҡова башҡорт алфавитын модернизациялау проблемаларын күтәрҙе, ҡулланмалы лингвистика һәм диалектология булегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре канидаты Лилиә Боҫҡонбаева башҡорт әҙәби теленең орфографияһын һәм пунктуацияһын онлайн тикшереү сервистары хаҡында һөйләне, тел ғилеме бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре, филология фәндәре кандидаты Резида Сөләймәнова - башҡорт антропонимдарының вариантлылығы, филология фәндәре кандидаты Алһыу Ишеғолова менән Зөлфиә Шәрәфетдинова башҡорт теле уҡытыусыларының орфографик компетенцияһын камиллаштырыу мәсьәләһенә арналған доклад уҡыны. Түңәрәк өҫтәлдә Өфө ҡалаһы хәкимиәте Мәғариф идаралығының әйҙәүсе белгесе, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһындағы законды ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссия сәркәтибе Тәнзилә Тимербаева терминология мәсьәләләренә ҡарата фекерен белдерҙе. З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең уҡытыу-педагогик әҙәбиәт редакцияһының әйҙәүсе мөхәррире Венера Сафина дәреслек һәм уҡыу ҡулланмаларында орфографик норма проблемалары хаҡында һөйләп үтте. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Кирәева һәм «Ватандаш» журналының бүлек мөхәррире Миләүшә Мөхәмәтйәнова киң мәғлүмәт сараларында орфография мәсәләләре хаҡында фекерҙәрен белдерҙе.
Билдәле ғалим, телсе, төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, Башҡортостан фәндәр академияһы академигы Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсинға арналған конференция – «Ураҡсин уҡыуҙаы» Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән ғалимдарҙы йыйҙы. Киләсәктә ул даими уҙғарылыр тип күҙаллана.