Новости
31 Октября 2023, 11:19

Мәскәүҙә башҡорт туйы йолаларын күрһәтәләр

Баймаҡ районынан Юлиә Сөләймәнова менән Заһир Сәфәрғәлин «Рәсәй» халыҡ-ара форумы күргәҙмәһендә өйләнешәсәк. Башҡорт йолаларына нигеҙләнгән туй Мәскәүҙең ВДНХ майҙанында үтәсәк.

Мәскәүҙә башҡорт туйы йолаларын күрһәтәләрМәскәүҙә башҡорт туйы йолаларын күрһәтәләр
Мәскәүҙә башҡорт туйы йолаларын күрһәтәләр

Күргәҙмәгә килгән һәр кем башҡорт туйында ҡунаҡ була ала. Яусылау, ниҡах уҡытыу, мәһәр биреү һәм башҡа бик күп йолалар күрһәтеләсәк. Туйҙы ойоштороуҙа «Ауаз» башҡорт фольклор ансамбле ҡатнаша, коллектив етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы Нәсимә Тимерова. Сараның режиссеры - алып барыусы Инвир Хисаметдинов.

https://vk.com/bashbst

 

Автор:
Читайте нас