

Бөгөн “Ватандаш” журналы редакцияһына махсус хәрби оперцияла ҡатнашҡан билдәле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Илгиз Солтанморатов килде. Ул бер нисә ай элек яраланғандан һуң хәрби госпиталдә дауаланып, әле тыуған яғында ял итә.
Былтыр Илгиз Замфир улы үҙ ихтыяры менән контракт төҙөп, мотоуҡсылар батальонында алғы һыҙыҡта өс ай хеҙмәт итеп ҡайтты. Актив позициялы замандашыбыҙ хаҡында журналдың былтырғы октябрь һанында баш мөхәррир Рәшиҙә Мәһәҙиеваның “Намыҫы бар егет ҡалай ятһын – ил сигенә бөгөн яу килгән” тигән мәҡәләһе баҫылып сыҡҡайны. Быйыл И.Солтанморатов “Ватан” ирекле отряды составында фронт һыҙығына яңынан сафҡа баҫты.
Редакция хеҙмәткәрҙәре утлы юлдарҙы үтеп, хәҙер инде шаҡтай хәрби тәжрибә алған ватандашыбыҙ менән сәй табынында йылы әңгәмә ҡорҙо.