

– Былтыр көҙ республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров студенттар, ғалимдар һәм геолог-профессионалдар осрашыуы өсөн майҙансыҡ кәрәклеге тураһында һөйләшкәйне. Шулай итеп чемпионатты уҙғарыу идеяһы тыуҙы, - тине «Рәсәй» медиаүҙәгендәге матбуғат конференцияһында вице-премьер – Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң беҙ геология өлкәһендә тупланған тәжрибәне юғалттыҡ. Бөгөн беҙҙең алда тәбиғәт ресурстарын артабан һөҙөмтәле файҙаланыу бурысы тора. Фән белгстәре, геологтар менән берлектә һөҙөмтәле эш итеү алгоритмын әҙерләргә, был мәсьәләне хәл итеү юлдарын табырға тейешбеҙ.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, ике йылға бер тапҡыр үткәреләсәк халыҡ-ара геологик чемпионатта Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда, 20-ләп команда (шул иҫәптән Луганск Халыҡ Республикаһынан да) заявка биргән. Рәсәйҙең Усть-Каменогорск, Владивосток, Грозный, Екатеринбург, Ҡазан, Магнитогорск, Октябрьский, Мейәс, Мәскәү, Новосибирск, Һамар, Санкт-Петербург, Төмән ҡалаларынан да ҡатнашыусылар килеүе көтөлә.
«ГеоСаҡырыу»-2023 чемпионатының программаһы 11 төп этапты үҙ эсенә ала. Улар араһында «Геологик маршрут», «Геологик киҫелеш», «Минералогия һәм петрография», «Палеонтология», «Радиометрия», «Геологик белем нигеҙҙәре буйынса тестар» һәм башҡа этаптар бар.
Башҡортостандың экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, сараның төп ҡатнашыусылары - студент-геологтар.
– Тау-мәғдән сәнәғәтенең һәм иҡтисадтың һөҙөмтәле үҫеше тап уларға бәйле. Министрлыҡ өсөн тәбиғәт байлыҡтарын рациональ файҙаланыу ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Чемпионат беҙгә ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтергә һәм был өлкәлә лайыҡлы кадрҙар потенциалын тулыландырырға мөмкинлек бирә, - тине министр.
I халыҡ-ара «ГеоСаҡырыу» геологик чемпионатын асыу тантанаһы 17 сентябрҙә Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙғарыласаҡ. Төп саралар Шишмә районындағы «Патриот» хәрби-патриотик паркында ойошторола. Бынан тыш, командаларҙы Архангел, Ишембай һәм Ғафури райондарында көтәләр.