Новости
12 Сентября 2023, 07:50

Журналистар «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе вәкилдәре менән осрашты

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе брифингы үтте. Матбуғат конференцияһының темаһы – һайлауҙарҙың яҡынса һөҙөмтәләре.

Журналистар «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе вәкилдәре менән осраштыЖурналистар «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе вәкилдәре менән осрашты
Журналистар «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе вәкилдәре менән осрашты

10 сентябрҙә Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, берҙәм тауыш биреү көнө үтте. Республика халҡы VII саҡырылыш төбәк Дәүләт Йыйылышы депутаттарын һайланы, уларҙың вәкәләттәре биш йыл дауам итәсәк. Бынан тыш, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, Шишмә һәм Приют ҡасаба советтарына һайлау, шулай уҡ республиканың 772 ауыл биләмәһе советы депутаттарын һайлау уҙҙы. 110 мандатҡа 850-гә яҡын кандидат дәғүә итте. Муниципаль һайлауҙар буйынса 7 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ мандатҡа 14 меңдән ашыу кеше дәғүә иткән.

Брифингта тауыш биреүҙең яҡынса мәғлүмәттәре иғлан ителде. Мәҫәлән, «Берҙәм Рәсәй» партияһы – 68,9%, КПРФ – 11,7%, ЛДПР – 7,7%, «Ғәҙел Рәсәй –Хәҡиҡәт өсөн» – 7,3%, «Яңы кешеләр» 3,4% тауыш йыйған.

– Быйылғы һайлау кампанияһы тыныс, тотороҡло шарттарҙа үтте. «Берҙәм Рәсәй», илебеҙ һәм республикабыҙҙың киләсәге өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған сәйәси партия булараҡ, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв. 

Һайлау мәсьәләләре буйынса  ҡыҙыу линияға халыҡтан 321 мөрәжәғәт килгән. Спикер билдәләүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә 95 мөрәжәғәт теркәлгән. Шылтыратыуҙарҙың төп өлөшө закондар сығарыу нормаларын һәм тәжрибәләрен, «Мобиль һайлаусы» механизмын, шулай уҡ участка һайлау комиссияларының адрестарын, контакттарын һәм эш режимын аңлатыуға ҡағыла.

«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Руслан Насретдинов әйтеүенсә, федераль финанслау йәлеп итеү өсөн конкурентлы көрәш Рәсәй төбәктәре араһында ярайһы уҡ көслө, әммә Башҡортостан алдынғылыҡты һаҡлап ҡала алған. 2023 йылда балалар өсөн 77 белем биреү учреждение яңыртылған. 

Фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина республиканың VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайланыу осрағында нимә менән шөғөлләнәсәген һөйләне. 

– Туған республикамда спортты үҫтерергә ҡарар иттем. Башҡортостан яҡшы спорт традицияларына эйә, төбәк Башлығы Радий Хәбиров тә хәрәкәтте әүҙем хуплай. Минең бурыс - мөмкин тиклем файҙалы булыу, – тине спортсы.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас