

Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр итеүенсә, Рәсәйҙә уйынсыҡтар етештереү сәнәғәтең роле, әһәмиәте һәм үҫешенә арналған пленар ултырыш фестивалдең мөһим ваҡиғаһы буласаҡ.
- Был сара сиктәрендә сарала ҡатнашыусыларҙың һәммәһе өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, шул иҫәптән инвестициялар өлкәһендә лә, хаҡында фекер алышасаҡбыҙ. Әлбиттә, фестивалдең географияһын киңәйтергә, шулай уҡ федераль кимәлдәге ҡунаҡтар саҡырырға тырыштыҡ, - тине ул һәм һуңғы йылда илебеҙҙә балалар өсөн уйынсыҡтар һәм тауарҙар етештереүҙең һиҙелерлек артыуын, 2022 йылда 279,5 миллиард һум тәшкил итеүен билдәләне.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова фестивалдең мәҙәни программаһы менән таныштырҙы. Сараға килгән һәр кем иртәнге 10-дан алып киске 9-ға тиклем Совет майҙанында төрлө уйынсыҡтар зонаһы менән таныша, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша аласаҡ. Кескәйҙәр рәхәтләнеп төрлө уйындар уйнаясаҡ, ҡурсаҡтар парадын күҙәтәсәк. Өфөгә «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!» тапшырыуы геройҙары – Хрюша, Степаша, Каркуша ла киләсәк.
- Шул уҡ көндәрҙә - 14-16 сентябрҙә - Өфөлә балалар өсөн тағы бер ҙур сара - Волга буйы федераль округының «Бала саҡты ҡайтарырға» фестивале уҙғарыласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн беҙгә 14 субъекттан 500-гә яҡын етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала киләсәк. Беҙ, әлбиттә, ҡунаҡтарҙы ошо үҙенсәлекле фестиваль менән дә таныштырасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.