

Михаил Леонидович әйтеүенсә, бер көндә - 10 сентябрҙә - һайлауҙар уҙғарыуға Башҡортостан партияларының барыһы ла ризалыҡ биргән.
Уҙған һайлау кампанияһына баһа биреп, Михаил Коровин, хаталар булды, әммә уларһыҙ мөмкин түгел, тине. Республикала йәшәүселәрҙе сәйәси мәсьәләләргә йәлеп итеү хаҡында фекер йөрөткәндә иһә эксперт Башҡортостан халҡын сәйәсәткә артыҡ ныҡ йәлеп ителгән тип атап булмай, тип билдәләне.
- Әммә сәйәсәт беҙҙең ысынбарлығыбыҙ, йәшәйешебеҙ, өмөттәребеҙ менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә бер кеше лә сәйәсәткә битараф була, унан тыш йәшәй алмай, - тине белгес.