

Тәүге закон проекттарының береһе ауыл еренә бәйле булырға тейеш, тигән фекерҙә Илдар Миҙхәт улы. Мәҫәлән, көтөүлектәр булдырыу, сөнки ауыл еренең электораты ла әүҙемерәк.
- Шулай уҡ депутаттар киләсәктә үҙҙәре тәҡдим иткән закон проекттарын нығыраҡ яҡлаһын ине. Закон проекттары буштан ғына барлыҡҡа килмәй, улар бик актуаль, - ти И. Ғәбитов. - Миңә элекке депутаттар менән йыш осрашырға тура килә, улар асыҡ, үҙ позицияһын яҡлай ала. Шуға ла халыҡ ышанысын яҡлай алған депутаттарҙың үҙ эшен дауам итеүе хәйерле булыр ине. Парламент халыҡсан булырға тейеш.