Новости
10 Сентября 2023, 10:30

Депутат һәр кемдең яҡын кешеһе булырға тейеш

“Һайлау-2023” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә журналистар менән сәйәси эксперттар осраша. Сираттағы брифинг - иҡтисад фәндәре докторы, доцент Азат Йәнгиров менән.

Депутат һәр кемдең яҡын кешеһе булырға тейешДепутат һәр кемдең яҡын кешеһе булырға тейеш
Депутат һәр кемдең яҡын кешеһе булырға тейеш

Азат Вәзир улы үҙенең сығышында быйылғы тауыш биреүҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Бөгөнгө һайлауҙы алдағы йылдарҙа буласаҡ Рәсәй Президенты һәм Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына репетиция тип атарға мөмкин, тине ул.

–Һуңғы  йылдарҙа байтаҡ ҡатмарлыҡтар булды – коронавирус пандемияһы, махсус хәрби операция башланды. Һөҙөмтәлә, партияларҙың ҡараштары ҡайһы бер мәсьәләләрҙә айырылһа ла, улар берләште, матур итеп бергә эшләй башланы, – тине А. Йәнгиров.

Ул шулай уҡ республика парламентының яҡынса 50 процентҡа яңырасағын күҙалланы.

– Иң йәш дәғүәсегә 23 йәш, утыҙға тиклем кандидаттар ҙа бихисап. Яңы ҡараш, яңы һулыш менән бергә тәжрибәле депутаттарҙың да парламентта булыуы мөһим, - тине ул. Уҙған саҡырылыш депутаттарының 90 проценты ир-ат булыуын билдәләп, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да артыуын теләне Азат Вәзир улы. Социаль өлкәгә иғтибар кәрәклегенә лә баҫым яһалды: - Кешеләрҙең тормош кимәле артырға тейеш. Депутаттарҙың ниндәй закон ҡабул итергә теләгәнен алдан уҡ йәмәғәтселеккә сығарыр кәрәктер.

Ғалим фекеренсә, ауыл советтарына депутаттар һайлау ҙа мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә - ауылда депутат һәр кемдең яҡын кешеһе булырға, дөйөм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш. Азат Йәнгиров әйтеүенсә, ауыл депутаттары Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырһа, халыҡ өсөн был бик файҙалы буласаҡ.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас