Все новости
Новости
1 Сентября 2023, 17:19
ОБЩЕСТВО

Ләйсән Үтәшева мәктәпкә тиклем тик башҡортса ғына һөйләшкән

Талантлы яҡташыбыҙ социаль селтәрҙәрҙә мәктәп тормошо тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.

"1 класҡа Волгоград ҡалаһындағы инглиз телен төптән өйрәнгән мәктәпкә барҙым. Бында бик талантлы йәки бай кешеләрҙең балалары ғына уҡый ине. Мин бай ғаиләнән булмаһам да, алдылар, сөнки инглиз телендәге өндәрҙе әйтеүем оҡшаны. Ысынында, бығаса инглиз телен өйрәнгәнем юҡ ине. 
Класта бер бөртөк башҡорт инем, шуға күрәме, әрмән ҡыҙы Гаянэ менән тиҙ дуҫлаштыҡ. 
Мәктәптә математика еңел бирелде, ә бына рус теле менән ауырлыҡтар беренсе көндән үк булды. Мәктәпкә тиклем мин тик башҡорт телендә генә һөйләшә һәм уҡый инем", - тип яҙа Ләйсән Үтәшева. 

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: