

Баймаҡ районының «Саптар» өлгөлө бейеү студияһы – республикала уңышлы эшләгән ансамблдәрҙең береһе. Халыҡсан бейеүҙәре менән әсир иткән коллективты хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Студия етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров менән сәнғәткә алып килгән һуҡмаҡ, бейеү студияһының ойошторолоуы хаҡында «Замандаш» рурикаһында урын алған әңгәмәлә һүҙ бара.
Ришат Халиҡов, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, оҙаҡ йылдар дипломат булып хеҙмәт иткән. Ил өсөн мөһим генә түгел, тарихи, иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашырға насип була, илебеҙ мәнфәғәтен яҡларға, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә йыш тура килә уға. Был хаҡта сәйәсмән «Записки дипломата» тигән китап та сығарған. «Сәйәсәт» рубрикаһында Ришат Нурахман улы журнал уҡыусыларға үҙенең хәтирәләре менән ихлас бүлеште.
Тамара Хоҙайбирҙина – башҡорт балеты сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырған балерина. «Мөғлифә»һе менән бүтәндәрҙе башҡорт халҡына ғашиҡ иттерә алған бейеүсе, аҡылы, күркәм холҡо менән бөгөн дә һағынып иҫләрлек остаз ул. Оло шәхестең тыуыуына 100 йыллыҡҡа ҡарата «Хәтер» рубрикаһында уның тураһында матур хәтирәләр тупланған. Мәҫәлән, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев былай ти: «...Алты-ете кеше алдына сәхнәгә күтәрелдем. Шиғырҙарымды һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән мине туҡтатҡайнылар, ҡаушап киттем. Шунан комиссияла ултырған бер апай, салбар балағыңды төр, тине. Тән төҙөлөшөн ҡарайҙар икән. Шунан һуң, төрлө ритмдар һуғып, шул ритмда атлауымды тикшерҙе. Ул апайҙың әсәйҙәрсә ҡарашын, ярҙамға ынтылып тороуын һиҙҙем. Аҙаҡтан белеүемсә, Тамара Шәһит ҡыҙы булып сыҡты…».
Ҡатай башҡорттары менән ҡаҙаҡтар араһында ер өсөн алыштар булып торған. Шундай бер сыуалыш ваҡытында ҡаҙан элә торған таған эргәһендә ҡаҙаҡ сабыйы ятып ҡалған, һуңынан балаға Таған тигән ҡушамат таҡҡандар. Башҡорттар уны үҙ итеп үҫтергән. Ике халыҡ араһында дуҫлыҡ урынлашҡас, бала артынан үҙ атаһы килгән, әммә Хәмзә башҡорт еренә ерегеп, үҙ төйәге һанап, ҡайтыуҙан баш тартҡан. Үҙ ырыуынан башҡорт ҡыҙына өйләнгән. Шулай башланып киткән Тағановтарҙың шәжәрәһе, тип бәйән итә Силәбе өлкәһенән Галина Федотова. Билдәле шәхес Ғәлимйән Таған нәҫелдәренең тарихын уҡыу ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
«Фән» бүлегендә ғалим, тарих фәндәре докторы Ранус Садиҡов менән әңгәмә, билдәле мәғрифәтсе Сәлихйән Күкләшев тураһында мәҡәлә урынлашҡан. Ҡоншаҡ халҡының ауыҙ-тел ижады буйынса төйәктең тарихын өйрәнеп була – был хаҡта «Тыуған яҡты өйрәнеү» рубрикаһындағы мәҡәлә бәйән итә. Тарих фәндәре докторы Лена Сөләймәнова 20-се быуат башында халыҡҡа милли белем биреү мәсьәләһенә арналған мәҡәлә тәҡдим итә. Психология фәндәре кандидаты Екатерина Плеханова ял итеүҙең файҙалы яҡтары тураһында һөйләй: хатта бер-ике көнлөк өйҙән ситтәге ял да файҙалы, ти белгес. Нисек итеп организмды ғына түгел, күңел торошон яҡшыртырға, бәләкәй бала менән ялды нисек ойошторорға – был йәһәттән «Психология» рубрикаһы ярҙамға килер.
«Әҙәбиәт һәм йәштәр» рубрикаһында йәш шағирә, Өфө Финанс университеты колледжы уҡытыусыһы Зарина Бағышаева-Нәзирова менән йылы ғына әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Йылайыр һылыуы шиғыр яҙыу менән бер ҡатарҙан фән менән шөғөлләнеүе тураһында һөйләй.
Шиғриәт биттәрендә уҡыусы белорус шағирҙарының ижады менән танышыр, Гөлдәриә Йосопованың шиғырҙарын уҡып кинәнә алыр. «Проза»ла Санкт-Петербург ҡалаһынан яҙыусы Ирина Буторинаның «В Одессу на майские» тигән романының башын тәҡдим итәбеҙ. Украинала 45 йыл йәшәгәндән һуң тирә-яҡтағы хәлдәргә битараф ҡалып булмай, ти әҙибә. Ул был әҫәрен 2014 йылда Украинала булған реаль ваҡиғаларға таянып яҙған.
Бынан тыш та уҡыусы иғтибарын йәлеп итерлек бүтән мәҡәләләр бар баҫмала. «Ватандаш»ты уҡығыҙ, дуҫтар, мәғлүмәтле һәм мәғрифәтле булығыҙ!