

Медиа -фестивалгә «Юбилейный» Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары – федераль һәм республика яҡташтар ойошмалары йыйылды. Быйыл милли ихаталар «Атайсал» проектына арналғайны. Ҡәләмдәштәр үҙ ҡулдары менән әҙерләгән милли ихаталар сағыулығы менән арбаны. Ни генә юҡ ине унда - ҡымыҙ, ҡаҙы, муйыллы, сейәле, ҡарағатлы ҡорот, сәк-сәк, бауырһаҡ...
– Быйылғы фестивалгә журналистар һәм ҡунаҡтар Урал тауҙары аша килде. Һеҙҙе йәмле Яҡтыкүл буйында сәләмләүебеҙгә шатмын. Һуңғы йылдарҙа журналистарҙың иңендә күпкә ауырыраҡ бурыстар ята - ғәҙеллек, йәштәрҙең аҡылы өсөн көрәш бара. Бындай саралар журналистарға яңы көс, дәрт-дарман өҫтәй, Журфест артабан да әүҙем уҙғарылыр тип ышанам. Яҡшы эшләп, ял итеп ҡайтырға насип булһын, – тип сәләмләне сарала ҡатнашыусыларҙы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.
Сараның тантаналы өлөшөндә "Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәре лә сәхнәгә күтәрелде. Бүлек мөхәррире Рәйлә Ғәлиеваға - Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау грамотаһына, өлкән мөхәррир Зөлфиә Ханнановаға Журналистар берлегенең танытмаһы тапшырылды.
Проект Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.