Әгәр ташламалы категорияға ҡарайһығыҙ икән, капиталь ремонт өсөн кереткән иғәнәнең бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Күп балалы ғаиләләрҙең, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарының, чернобылселәрҙең, шулай уҡ I һәм II төркөм инвалидтарының быға хоҡуғы бар.
Шулай уҡ яңғыҙ йәшәгән йәки пенсионерҙар, пенсия алды йәшендәгеләр һәм I, II төркөм инвалидтары менән бергә йәшәгән 70 йәшлек һәм унан өлкәнерәк эшләмәгән торлаҡ милекселәре капиталь ремонтҡа иғәнәне өлөшләтә компенсациялауға хоҡуҡлы.
СССР йәки Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары йәки, герой һәләк булған осраҡта, уның ата-әсәһе йәки тормош иптәше капиталь ремонт өсөн түләмәй.
Ярҙамды нисек юлларға?
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына (8-800-1000001 телефоны аша ҡабул итеүгә яҙылырға), Күп функциялы үҙәккә (тел. (347) 246-55-33)
йәиһә Берҙәм йәки төбәк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша
https://www.gosuslugi.ru/ мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бының өсөн паспорт һәм тейешле документтар булырға тейеш (документтар исемлеге Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге сайтында күрһәтелгән
http://rcspn.mintrudrb.ru/menu_items/1380).
Тағы ла:
- авария хәлендәге йортта йәки муниципаль торлаҡта;
- капиталь ремонт программаһына инмәгән яңы төҙөлгән йортта;
- дәүләт һәм муниципаль ихтыяждар өсөн тартып алынған йортта йәшәһәгеҙ, капиталь ремонт өсөн түләмәҫкә мөмкин.
Объясняем.РФ,
Объясняем. Башкортостан һәм
Аңлатабыҙ. Башҡортостан төркөмдәрендә күберәк мәғлүмәт бирелә.
Файҙалы һылтанмалар:
Мобилизация буйынса хеҙмәт итеүсе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн нисек түләй?Капиталь ремонт программаһы дауам итәсәкме?#Аңлатабыҙ_Башҡортостан