

– Азивҡа – дүрт йәш, Алан иһә – биш йәшлек башҡорт аты. Алан, былтыр ҙа конкурста ҡатнашып, беренсе урын алғайны. Быйыл да алып килдем үҙен, – ти Илгиз Мәрхәметдин улы. – Аттар менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынам, атайым үтә лә ат йәнле кеше ине. Улдарым да бәләкәйҙән һыбай йөрөргә өйрәнде. 17 йәшлек Айгиз фестивалдә «Ылаҡ» уйынында ҡатнаша, 8 йәшен тултырған Рәфис тә – уң ҡулым.
Айгиз башҡорт тоҡомло атта «Терра Башкирия - 2023» турнирында ярымфиналға сыҡҡан, ә Рәфис «Тай-тулаҡ» бәйгеһендә уңышлы сығыш яһаған.