

Бихисап ат сабыштарында еңеү яулаған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов тураһында районда белмәгән кеше һирәктер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Алан» тигән ҡушаматлы арғымаҡ хаҡында нимә беләбеҙ һуң? «Аттың даны – егет ҡулында» тигәндәй, бының тураһында саптар аттың хужаһынан белештек.
Бөгөнгө көндә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙәге проблемаларҙың береһе – уларҙың аҙ файҙаланылыуы. Башҡа тоҡомдар араһында юғалып барыу сигендә улар. Ошоға бәйле башҡорт тоҡомло аттарҙы мәҙәни, белем биреү сараларына киң йәлеп итеү, ауыл хужалығында, туризм өлкәһендә ҡулланыу мөһим мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, аттарҙы ҡымыҙ һәм йылҡы ите сығанағы итеп кенә ҡарарға ярамай, йылҡысылыҡ менән бер рәттән ат спорты ла үҫешергә тейеш. Был йәһәттән район һабантуйында башҡорт тоҡомло аттар араһында айырым сабыштар, «Терра Башҡортостан» ат спорты турнирының муниципаль этабы уҙғарылыуы ҙур әһәмиәткә эйә.
Был ярыштарҙың күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призеры булған Степной ауылы егете Айгиз Тазетдинов.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите