

Журналды илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларға байҡау туплаған мәҡәләләр асып ебәрә: X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы нимәһе менән әһәмиәтле булды, Үзбәкстан башҡорттары менән осрашыу ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы – ошолар тураһында хәбәрсебеҙ Рәйлә Ғәлиеваның мәҡәләһендә танышырға мөмкин.
Июлдә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл. Ошо айҡанлы тарих фәндәре кандидаты, Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев менән әңгәмә тәҡдим ителә. Ә һеҙ был шәхесте яҡшы беләгеҙме? Әйтәйек, Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанған осорҙа Кинйә абыҙға 50 йәш булғанын? Йә иһә уның Петр Өсөнсөнөң тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡанын? Билдәле шәхесебеҙ тураһында белемегеҙҙе яңыртып алғығыҙ килһә, ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡығыҙ!
Крайҙы өйрәнеүсе Юрий Ергин тағы ла бер билдәле шәхес – Мөхәмәтша Буранғоловтың тормошондағы факттарҙы ентекләп күҙ алдына баҫтыра. Уны «Арҙаҡлы шәхестәр» рубрикаһында табырһығыҙ.
Журналыбыҙҙың «Бәйләнештә» төркөмөндә уҙғарылған «Башҡорт биҙәүестәренең көсө бар» конкурсында 2 еңеүсе билдәләнгәйне. Шуларҙың береһе, Жуково ҡасабаһында йәшәүсе Зөләйхә Рыҫҡолова менән Рәйлә Ғәлиева таныштырыр.
«Хәтер» рубрикаһында яҙыусы Лира Яҡшыбаева Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтирәләрен тәҡдим итә. Киндер ыштан, һырма бишмәт кейеп үҫкән ябай ауыл малайының нисек «ҡанатлы баһадир»ға әйләнеү юлы журнал уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр.
«Фән» бүлегендә филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафиндың башҡорт мәғрифәтселегенә тос өлөш индергән Мартиниан Иванов тураһындағы мәҡәләһен, философия фәндәре докторы Ғәфүр Сәлиховтың башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенә бағышланған эшен табырһығыҙ. «Социология» рубрикаһында Башҡортостан менән Татарстан халыҡтары араһында үткәрелгән һораулама һөҙөмтәләре менән танышырһығыҙ.
Психология фәндәре кандидаты Екатерина Плеханованың журнал уҡыусыларға тәҡдим ителгән мәҡәләһе «Манипулятор и жертва» тип атала. Нисек яман уйлы кешеләрҙең йоғонтоһона бирелмәҫкә, тигән белгестең кәңәштәре барыһына ла файҙалы булыр.
Быйылғы йылдың 2-6-сы һандарында Силәбе яҙыусыһы Рәшит Хәкимовтың фажиғәле яҙмышлы Мөхәммәт-Ғабдулхай Ҡорбанғәлиев тураһында «Япон-мулла, или Тяжкий путь имама» тигән нәфис-документаль романы баҫылып сыҡҡайны. Ул уҡыусыларҙа бик ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Шуға ла был һанда романдың авторы менән яҡындан таныштырып китергә булдыҡ. Роман нисек яҙылған, ниндәй ваҡиғалар тормоштан алынған, ниндәйҙәренә яҙыусы фантазияһы тәьҫир иткән – был турала «Әҙәби мөхит» рубрикаһында урын алған Фәнисә Таһирова менән авторҙың әңгәмәһенән белерһегеҙ.
Ошо уҡ бүлектә тәҡдим ителгән Мәүлит Ямалетдиновтың «Красные сапожки» хикәйәһе бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ – мотлаҡ уҡып сығығыҙ.
«Хәтер» рубрикаһында Сәғит Агиштың ейәнсәре, журналист Гүзәл Агишева олатаһының үлеменә 50 йыл тулыу айҡанлы яҙыусының көндәлегенән хәтирәләрен тәҡдим итә.
«Ватандаш»ты уҡығыҙ, дуҫтар, мәғлүмәтле һәм мәғрифәтле булығыҙ!