Новости
27 Июня 2023, 14:45

«Аҡбуҙат» журналы сығарған махсус һандың исем туйы уҙҙы

Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумында “Аҡбуҙат” журналы тарафынан белорус балалары өсөн сығарылған махсус һанының исем туйы уҙҙы. Сарала балаларҙы Беларусь Республикаһында нәшер ителгән “Вясёлка” балалар журналы менән дә таныштырҙылар.

«Аҡбуҙат» журналы сығарған махсус һандың исем туйы уҙҙы«Аҡбуҙат» журналы сығарған махсус һандың исем туйы уҙҙы
«Аҡбуҙат» журналы сығарған махсус һандың исем туйы уҙҙы

“Вясёлка” журналының тәүге һаны 1957 йылда донъя күрә. Баҫманың исеме лә сағыу - "йәйғор" тигәнде аңлата. Тамаша ла экранда сағылған йәйғорҙан башланып китте, унан һуң әле генә ете төҫ уйнаған зәңгәр күк йөҙөндә Аҡбуҙат ҡанаттарын елпене.

Ике баҫма ла шиғырҙарға, уйындарға, әкиәттәргә, файҙалы мәғлүмәттәргә бай. “Аҡбуҙат” кескәй дуҫтарын Беларусь Республикаһы, уның мәҙәниәте, тарихы, билдәле шәхестәре менән таныштыра, “Вясёлка” иһә үҙ сиратында белорус балаларына Башҡортостан, арҙаҡлы башҡорттар, халыҡ ижады хаҡында һөйләй.

— Белорус дуҫтарыбыҙ менән дуҫлығыбыҙ бер нисә йыл дауам итә. Үткән йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә сығарған Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырының тәржемәләр йыйынтығында белорус теленә әҫәрҙе шағир Светлана Быкова тәржемә итте. Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумының тап Өфөлә уҙасағын белеп ҡалыу менән беҙ, “Аҡбуҙат” журналы редакцияһы хеҙмәткәрҙәре, “Вясёлка” белорус балалар журналы менән бәйләнешкә сыҡтыҡ, һәм дөйөм проект булдырыу хаҡында һүҙ ҡуйыштыҡ. Бына хәҙер мин ҡулымда “Аҡбуҙат” журналының махсус сығарылышын тотоп торам. Журнал рус телендә сығарылған. Был журнал биттәрендә беҙҙә ҡунаҡта — “Вясёлка” белорус балалар журналы. Ә улар, үҙ сиратында, баҫмаларында беҙҙең материалдарҙы сығарҙы, - ти “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина. 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас