Все новости
Новости
3 Июня 2023, 18:00

2023 йылдың 1 июленән дәүләт федераль һәм төбәк ташламаларына эйә булыусыларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының бер өлөшөн берҙәм стандарт буйынса компенсациялай

2023 йылдың 1 июленән дәүләт федераль һәм төбәк ташламаларына эйә булыусыларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының бер өлөшөн берҙәм стандарт буйынса компенсациялай.

2023 йылдың 1 июленән дәүләт федераль һәм төбәк ташламаларына эйә булыусыларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының бер өлөшөн берҙәм стандарт буйынса компенсациялай
2023 йылдың 1 июленән дәүләт федераль һәм төбәк ташламаларына эйә булыусыларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡының бер өлөшөн берҙәм стандарт буйынса компенсациялай

Был нимәне аңлата? Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре аңлата.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарҙы ҡаплатыу өсөн берҙәм алымдар ғәмәлгә инә. Был компенсация алыу өсөн яҙған ғаризаның дөйөм стандарт формаһы, ташлама өсөн кәрәкле документтарҙың раҫланған исемлеге һәм ҡарар ҡабул итеү ваҡыты 10 эш көнөнән артыҡ булмаҫҡа тейеш, тигәнде аңлата.

Федераль һәм төбәк ташламаһын алыусыларға ветерандар, инвалидтар, радиация йәки техноген һәләкәттәрҙән зыян күргән граждандар һәм аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр инә.

Ғаризаға беркетелергә тейешле документтар исемлеге - РФ Хөкүмәте ҡарарында: https://vk.cc/cos8Ej

Документтарҙы Күп функциялы үҙәккә йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалына шәхсән мөрәжәғәт итеп, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре аша тапшырырға мөмкин.

Быға тиклем ошо сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсация алыусылар ғариза һәм документтар менән ҡабаттан мөрәжәғәт итеп тормай.

Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдары: http://rcspn.mintrudrb.ru/offices


#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: