

Проект-смета документацияһы әҙер. Был хаҡта «Башинформ»ға хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғариповтан билдәле булды.
«Әлеге ваҡытта Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән берлектә Айғыр станцияһын төҙөкләндереү эшен финанслау варианттары ҡарала», - тине ул.
Әйткәндәй, Куйбышев тимер юлы көсө менән Айғырҙа вокзал ремонтланған.