Новости
18 Мая 2023, 04:44
ОБЩЕСТВО

Зәйнулла Рәсүлев вариҫтарын барлап...

“Торатау” Конгресс-Холл майҙанында башҡорт халҡының рухи короле Зәйнулла Рәсүлевҡа 190 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халҡының суфыйсылыҡ мәҙәниәте” исемле халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияла арҙаҡлы дин әһеленең вариҫтарына ла күп иғтибар бүленде.

Атап әйткәндә, ғалим, ислам дине белгесе Айһылыу Билал ҡыҙы Юнысова Силәбе башҡорто Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев шәхесенә ҡағылышлы төплө сығышы менән ҡыуандырҙы. Мөхәммәт-Ғәбделхәйҙең олатаһы Ғәбделхәким Сарҙаҡлы Зәйнулла Рәсүлевтың тәриҡәт юлындағы тәүге мөршиде була.

          М.-Ғ. Ҡорбанғәлиев тәүҙә  атаһы Ғәбиҙулла ишан төҙөткән Миҙиәк мәҙрәсәһендә, артабан Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә белем алған. Үҙе лә ишан дәрәжәһенә күтәрелеп, ғүмер буйы мәғрифәтселек менән шөғөлләнгән. Сит илгә сығып йәшәргә мәжбүр ителгәс, үҙе кеүек эмиграцияла булған милләттәштәрен берләштереү маҡсатында, Токиола беренсе мәсет һалдырған, типография булдырып, Ҡөрьән китабын, дини әсбаптар нәшер иткән, башҡорт-татар балаларына һабаҡ биргән.

          “Күп һынауҙар үткән Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтың эшмәкәрлеге менән шулай уҡ “Ватандаш” журналы биттәрендә донъя күргән “Япон-мулла” тарихи-документаль повесы аша танышырға була. Уның авторы – Силәбе ҡалаһында йәшәүсе ғалим, тарих фәндәре докторы  Рәшит Хәкимов”,  – тип йомғаҡланы үҙенең сығышын Айһылыу Билал ҡыҙы Юнысова.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас