

Шәмбе, 2023 йылдың 20 майында, Башҡортостан музейҙары киске сәғәт 11-гә тиклем эшләй. Быйыл «Тарих һәм тарихтар» темаһына арналған «Музейҙар төнө» тураһында – Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының «Сәләм» тапшырыуына сыҡҡан тура эфирҙа.
Республика музейҙары бай программа әҙерләгән.
Мәҫәлән, В.И. Альбанов исемендәге полярниктар музейында яҙыусы, рәссам һәм Арктиканы өйрәнеүсе Николай Пинегиндың тыуыуына 140 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асыла. Ҡунаҡтарға шулай уҡ ХIХ быуаттың иҫтәлекле урындары буйлап «Валериан Альбанов Өфөһө» тигән йәйәүлеләр өсөн экскурсия ойошторола. Ә киске сәғәт 10-да музей кинозалында Валериан Альбанов тураһында документаль фильм күрһәтеләсәк.
«Музейҙар төнө» хаҡында күберәк мәғлүмәт - һылтанма буйынса. Һәм эфир яҙмаһында, ҡарағыҙ!
***
В субботу, 20 мая 2023 года, музеи Башкортостана будут работать до 23 часов. О «Ночи музеев», которая в этом году посвящена теме «История и истории», — в прямом включении из ЦУР Башкортостана в программу «Салям» т/к БСТ.
Программу музеи республики подготовили обширную.
Например, в музее полярников им. В.И. Альбанова откроют выставку, посвященную 140-летию со дня рождения писателя, художника и исследователя Арктики Николая Пинегина. А еще для гостей организуют пешеходную экскурсию «Уфа Валериана Альбанова» – по достопримечательностям конца XIX века. А в 22.00 в кинозале музея покажут документальный фильм о Валериане Альбанове.
Больше информации о «Ночи музеев» – по ссылке. И конечно – в записи эфира, смотрите!