Новости
4 Мая 2023, 12:15
ОБЩЕСТВО

"Атайымдың һалдат хаттары”

Бөгөн “Йәшлек-Хаус”та“ Атайымдың һалдат хаттары” тип исемләнгән бик йөкмәткеле сара уҙғарылды. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, БР Милли әҙәбиәт музейы, БР Яҙыусылар союзы  тарафынан ойошторолған  хәтирәләр кисәһенә яҙыусы-фронтовиктарҙың балалары, ейән-бүләләре саҡырылғайны.

 

          

          Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшеп, илебеҙгә еңеү бүләк иткән, ниндәй ҡыйын шарттарҙа ла ҡәләмен ташламаған  арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙ тыныс тормошта ла бер-береһенә терәк булған, тығыҙ аралашып йәшәгән, балаларына матур тәрбиә биреп, күренекле шәхестәр итеп үҫтергән. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында: Хәниф Кәримдең ҡыҙы  филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның рус теле кафедраһы профессоры Рәйсә Хәниф ҡыҙы Хәйруллина, Ғилемдар Рамазановтың ҡыҙы филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры Гөлназ Ғилемдар ҡыҙы Рамазанова, Ғәли Ибраһимовтың ҡыҙы медицина фәндәре докторы, табип-офтальмолог  Гүзәл Ғәли ҡыҙы Корнилаева-Ибраһимова, Яҡуп Ҡолмойҙоң ҡыҙы Нариман Сабитов исемендәге 1-се Балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Зәйтүнә Яҡуп ҡыҙы Ғабдулхаҡова, ейәнсәре Айһылыу, Хәким Ғиләжевтың ҡыҙы Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Гөлнар Хәким ҡыҙы Ғиләжева, Яныбай Хамматовтың ейәнсәре табип-дерматовенеролог, Республика тире һәм венерология ауырыуҙары диспансерының баш табибы урынбаҫары Алһыу Әнүәр ҡыҙы Хамматова, бүләсәләре Аиша һәм Наилә, Назар Нәжмиҙең ейәне Өфө фән һәм технологиялар университетың фәнни-тикшеренеү эштәре идаралығы етәксеһе Ансаф Ирек улы Абдулнәғимов.

          Уларҙың һәр береһе ҡәҙерле кешеләре тураһында йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты (Саранан ҡайһы бер күренештәр ошо көндәрҙә “Ватандаш” журналы сайтында яҡтыртыла барыр). Яугир яҙыусыларҙың ҡала шарттарында үҫкән балалары ғына түгел, хатта ейән-бүләсәләренең дә туған телебеҙҙә иркен телмәр тотоуы шул тиклем матур күренеш булды.

          Осрашыу һуңында сарала ҡатнашыусылар Милли әҙәби музей фондында һаҡланған фронтовик-яҙыусыларға ҡағылышлы экспонаттар менән танышты.

Зөлфиә Ханнанова

Читайте нас