Новости
26 Апреля 2023, 06:03

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә МРОТ 18,5% индексациялана

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь эш хаҡы күләме индексациялана. Был хаҡта граждандарҙың именлеген күтәреү буйынса стратегик сессияла хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин хәбәр итте.

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә МРОТ 18,5% индексациялана2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә МРОТ 18,5% индексациялана
2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә МРОТ 18,5% индексациялана

Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса илдә 2022 йылдың 1 июненән һәм 2023 йылдың ғинуар башынан йәшәү минимумы күтәрелде, тип билдәләне Михаил Мишустин. Һөҙөмтәлә ул 13,5% ашыуға артып, 15 миллион кешенең килемен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирҙе.

«Минималь эш хаҡы күләмен дә эҙмә-эҙлекле арттырабыҙ — инфляциянан юғарыраҡ темптар менән. Йыл башынан ул артты, хәҙер 16 242 һум тәшкил итә. Бынан тыш, киләһе йылдың 1 ғинуарынан дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса беҙ уны тағы бер тапҡыр — 18,5% индексациялайбыҙ, шул рәүешле 4,8 миллион граждандың хеҙмәт хаҡы артырға тейеш», — тине Михаил Мишустин.

Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарынан бюджеттан тыш өлкә хеҙмәткәрҙәре өсөн МРОТ район коэффициенты менән бергә 19 743 мең һум (+12,3%) тәшкил итте, «бюджетсылар» өсөн — 18 678 мең һум (+6,3%), тип хәбәр иткәйне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-26/2024-yyldy-1-inuarynan-r-s-y-mrot-18-5-indeksatsiyalana-3234692 

Автор:
Читайте нас