

Хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө бурыс булып тора, тип билдәләне ул. Был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған, барлыҡ власть органдары һәм муниципалитет хакимиәттәре йәлеп ителгән.
Лира Иғтисамова әйтеүенсә, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 3 мең балаһы балалар баҡсаһына бушлай йөрөй, 2,4 мең 5-11 класс уҡыусыһы һәм 500-ҙән ашыу колледж студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. Ике меңгә яҡын бала түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнә, 300-гә яҡыны шифахана-курортта дауалана. Шулай уҡ хәрбиҙәрҙең балалары йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй.
М.Шайморатов исемендәге ирекмән штабтарының да эше дауам итә. Бөгөн Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һәм Нефтекамала махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йәһәтенән ошондай өс үҙәк эшләй. Өфөлә шундай үҙәк асыу буйынса эш бара.