Новости
20 Апреля 2023, 14:15

"Ватандаш"тар диктант яҙҙы

Бөгөн матур ике сара - Милли кейем көнө һәм Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант бергә тура килде. Беҙ ҙә, әлбиттә, был мөһим, әһәмиәтле, байрам кәйефе менән һуғарылған сараларҙан ситтә ҡала алманыҡ - күҙ яуын алыр милли биҙәүестәр тағып, күмәкләшеп диктант яҙып ҡайттыҡ.

"Ватандаш"тар диктант яҙҙы"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
"Ватандаш"тар диктант яҙҙы

Йыл да уҙғарылып, хәҙер инде халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан диктант яҙыу традицияhына башланғысты баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева һалыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ хисе уята. Әйткәндәй, ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта: 2015 йылда 3 505 кеше яҙһа, уҙған йыл 334 523 милләттәшебеҙ үҙен һынап ҡараған.

Быйылғы диктант Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың китабынан алынған. "Атайсалым - иң ҙур хазинам" тексы йөкмәткеһе, тыуған ергә һөйөү менән һуғарылғанлығы менән күңелдә яҡты тойғолар уятты.

 

 

 

Рәйлә Ғәлиева

Фото: Факил Мостафин

 

 

"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
"Ватандаш"тар диктант яҙҙы
Автор:
Читайте нас