

Йыл да уҙғарылып, хәҙер инде халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан диктант яҙыу традицияhына башланғысты баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева һалыуы күңелдәрҙә ғорурлыҡ хисе уята. Әйткәндәй, ҡатнашыусылар һаны артҡандан-арта: 2015 йылда 3 505 кеше яҙһа, уҙған йыл 334 523 милләттәшебеҙ үҙен һынап ҡараған. Быйылғы диктант Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың китабынан алынған. "Атайсалым - иң ҙур хазинам" тексы йөкмәткеһе, тыуған ергә һөйөү менән һуғарылғанлығы менән күңелдә яҡты тойғолар уятты. Ә һеҙ диктант яҙҙығыҙмы, дуҫтар?