Новости
19 Апреля 2023, 14:36

Иртәгә - башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙабыҙ

Белем акцияһы тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен танытыу маҡсатында ойошторола.

Иртәгә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Белем акцияһы тел мәҙәниәтен күтәреү, башҡорт телен танытыу маҡсатында ойошторола. Диктантты онлайн һәм оффлайн яҙырға була. БСТ телеканалы тура тапшырыу алып бара. Яңауыл район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов тексты башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡый. ““Башкорт диктанты” проекты үтә мөһим. Ул беҙҙе берләштерә, башкорт телен өйрәнеүгә дәртләндерә”, - ти Илшат Әғзәм улы. 

Диктантты бергәләп яҙыу яҙыу Өфө фән һәм технологиялар университетында, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, республика Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостан Милли музейында, гимназия һәм мәктәптәрҙә ойошторола. Акция “Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы” тигән  девиз аҫтында уҙа. Ҡатнашыусыларға сертификат тапшырыла.

Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас