Новости
17 Апреля 2023, 09:23

Учалы яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп Наилә Хәмбәлиева раҫланды

"Ошо көндәрҙә Учалы яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп Наилә Хәмбәлиева раҫланды. Учалы, Әбйәлил, Белорет районынан ҡәләмдәштәр үҙҙәренең ихлас һүҙен, йылы теләктәрен еткереп бер тауыштан күтәрмәләне", - тип хәбәр итәләр "Ирәмәлдең ҡаурый ҡәләме" төркөмөндә.

Учалы яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп Наилә Хәмбәлиева раҫландыУчалы яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп Наилә Хәмбәлиева раҫланды
Учалы яҙыусылар ойошмаһына етәксе итеп Наилә Хәмбәлиева раҫланды

"Наилә Хәмбәлиева - Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, дүрт китап авторы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, "Башҡортостан ҡыҙы " журналы, республика сәсәндәр бәйгеһе, " Илһам шишмәләре " һәм башҡа бик күп конкурстар еңеүсеһе. Әүҙем ижадташыбыҙ ойошманы ла күҙ ҡараһылай күреп мәртәбәһен арттырыу өсөн барлыҡ көсөн, тырышлығын һалыр тип ҙур өмөттәр бағлайбыҙ! Артабан да уңыштар, яңынан - яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!" – тип яҙылған постта. 


"Ватандаш" журналы хеҙмәткәрҙәре лә әҙибәне ихлас ҡотлай, бергә-бергә эшләргә тигән өмөттәр бағлап ҡала!

 

 

Автор:
Читайте нас