Новости
17 Апреля 2023, 15:27

Тыуған яҡҡа – изге эштәр

“Нимә ул атайсал?” тигән һорауға аныҡ яуап алып ҡайтты Баймаҡ районында үткән “Кесе Ватаным – Атайсал” форумында ҡатнашыусылар. Ә улар – бөтәһе 300-ән ашыу кеше – Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла райондарынан, Өфө, Сибай һәм Межгорье ҡалаларынан килгәйне.

 – Атайсал проекты – ул иң тәүҙә хис-тойғолар, – тине үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев. – Битарафлыҡтан ҡотолоу юлы.

Ысынлап та, райондарҙа, ауылдарҙа кемдер ауылдаштарына, яҡташтарына берәй изге эш эшләһә, уға ярҙам итергә тырышыусылар һәр ваҡыт табыла. Һөҙөмтәлә ҙур бер көс барлыҡҡа килә һәм әллә күпме файҙалы эштәр башҡарыла.

Башҡортостан Башлығы Р.Ф.Хәбировтың башланғысы менән  2021 йылдың 1 мартынан эшләй башлаған “Атайсал” программаһында ҡатнашыу өсөн мотлаҡ эшҡыуар булырға тимәгәнде лә аңлатты форум.  Төрлө майҙансыҡтарҙа   тәжрибә өйрәнеү, фекер уртаҡлашыу шуны күрһәтте.

Йәнтөйәк хаҡына башҡарылған бөтә изге эштәр ҙә матбуғатта, радио-телевидениела яҡтыртып барыла. Шуға ла форум сиктәрендә “Атайсал проекты – медиа киңлегендә” тип аталған Түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Уны “Ватандаш” журналының баш мөхәррире, Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы Рәшиҙә Мәһәҙиева алып барҙы.

Журналистар башҡарылған эштәрҙе яҡтыртып ҡына ҡалмай, үҙҙәре лә ойоштороусы булып сығыш яһай, – тине ул. – Мәҫәлән, “Атайсал” гәзите редакцияһы үткәргән “Таҙа Һаҡмар” акцияһы, “Һаҡмар” гәзитенең “Сылтыр шишмә” проекты матбуғат баҫмаларының халыҡты алға әйҙәүсе көс һәм ойоштороусы икәнен раҫлай. “Тамыр” телеканалында, “Юлдаш” радиоһында, Белорет районының “Урал” гәзитендә эшләүсе коллегаларыбыҙ ҙа ҙур әүҙемлек һәм матур һөҙөмтәләр күрһәтә.

4 майҙа “Атайсал” республика форумы үтәсәк. Унда илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы көтөлә.

Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас