Новости
13 Апреля 2023, 07:26

Баш ҡалала Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла

Өфөлә Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы барлыҡҡа килә, тип хәбәр иттеләр баш ҡала мэрияһынан.

Баш ҡалала Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртылаБаш ҡалала Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла
Баш ҡалала Рәсәйҙәге иң оҙон йүкә аллеяһы ултыртыла

Муниципалитетта белдереүҙәренсә, Өфөлә йыл һайын ойошторолған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһына әҙерлек әүҙем бара.

«Ошо күләмле акция барышында, 26 апрелдә, Октябрь проспекты буйлап «Ҡалала йәшәүселәр» аллеяһы ултыртыла. 4-4,5 метр бейеклегендәге йүкә үҫентеләре әҙер», - тип билдәләнеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.

 22 апрелдән 13 майға тиклем Башҡортостанда бишенсе тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһы  ойошторола, акцияны үткәреүҙең берҙәм көндәре тип 29 апрель һәм 13 май билдәләнгән. Унда 90 меңдән ашыу кеше һәм 1700 берәмек техника ҡатнашыр тип көтөлә.

Яҙғы акция барышында 24 мең бейек ағас һәм 57 меңдән ашыу башҡа үҫентеләр ултыртыла.

"Башинформ" агентлығы.

Автор:
Читайте нас