Новости
13 Апреля 2023, 11:14

"Ағиҙел" журналы бер быуатлыҡ ғүмеренә йомғаҡ яһаны

Кисә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Ағиҙел" журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған ҙур тамаша уҙҙы. Байрамда башҡорт халҡының билдәле шәхестәре, әҙиптәр һәм баҫманың башҡа тоғро дуҫтары ҡатнашты.

Юлай Кәримов фотоларыЮлай Кәримов фотолары
Фото:Юлай Кәримов фотолары

Йөкмәткеле тамашала журналдың бер быуатлыҡ тарихы ғына түгел, республиканың данлы һәм шанлы үткәне лә сағылдырылды. Һәр быуын яҙыусылары сиратлап сәхнәгә сығып баҫма тураһында үҙ фекерен еткерҙе, шиғырҙарын уҡыны. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Бәхтиеваның яңы йыр премьераһын бергәләп башҡарыуы көтөлмәгән яңылыҡ булды. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлауын Премьер-министр урынбаҫары Урал Килсенбаев уҡып ишеттерҙе. 
Тантана барышында "Ағиҙел" редакцияһы йыл дауамында үткәргән конкурстарға йомғаҡ яһаны. Хәйҙәр Тапаҡов, Айгөл Йәмилева, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Әминә Яхина, Рәлис Ураҙғоловтар Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсы еңеүсеһе тип билдәләнһә, Мостай Кәрим исемендәге премия яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаға һәм шағирә Зөлфирә Ҡарағужинаға тапшырылды. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Рәбиға Ҡушаева исемендәге миҙалды Сәғирә Шәрәфетдинова менән Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваға тапшырҙы. 
"Ағиҙел" журналы хеҙмәткәрҙәре лә тырышлыҡтары өсөн лайыҡлы баһа алды. Журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин Салауат Юлаев ордены менән, мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай  "Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде. Яуаплы сәркәтип Луиза Кирәева менән бүлек мөхәррире Гөлнара Хәлфетдиноваға Бөтә башҡорттары ҡоролтайының "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалы тапшырылды.
Кисәне Нәжип Юлдашбаев, Алһыу Бәхтиева, Азамат Тимеров, Тимур Ямалов, Заһир Байыҡ кеүек артистарҙың сығышы биҙәне. 

Хәйҙәр Тапаҡов, "Атайсал" төбәк-ара гәзитенең баш мөхәррире: 
- Егерменсе йылдарҙың аҙағында журналыбыҙ “Сәсән” атамаһын йөрөтә. Төптәнерәк уй-лап ҡараһаң “Ағиҙел”ебеҙ бөгөн дә сәсән миссияһын үтәп һәр ауылға һуғылып, һәр өйгә инеп, ут, йылылыҡ, нур, тел матурлығы, рух ныҡлығы ҡалдыра, тарата. Бына ошо үтә лә мөһим, кәрәкле эштәрендә коллегаларыбыҙға уңыштар теләйек! Йәшә, “Ағиҙел”ебеҙ, та-ғы ла ошоноса йәшә, халыҡ менән, милләт менән ҡал!

Зөлфирә Ҡарағужина, шағирә: 
- "Ағиҙел"дең 100 йыллығына арналған юбилей кисәһендә, көтөлмәгәнсә, бик ныҡ баһаланылар, журналда баҫылған "Ҡағыҙға түңәрәк һыҙамын, Түңәрәк – мәңгелек ыҙаны..." шиғри шәлкемем "Шиғриәт" номинацияһында еңеүсе тип табылып, Мостай Кәрим исемендәге фондтың (директоры Әлфиә Кәримова) премияһын тапшырҙылар. Был баһа үтә лә ныҡ яуаплылылыҡ һала. Китабыма ниндәй исем ҡушырға белмәй инем, хәҙер беләм, уның исеме "Түңәрәк" буласаҡ, Алла бойорһа.



Автор:Рашида Магадеева
Читайте нас