"Бөгөн бар республика халҡы һеҙгә тәрән хөрмәт менән ҡарай, хәрби бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәүегеҙгә ышаныс белдерә. Яҡындарығыҙ - ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, отрядҡа ла даими гуманитар ылауҙар ебәреп торорбоҙ, һәр яҡлап та ярҙам буласаҡ. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! "- тине "Ватан" отряды ир-егеттәренә Радий Хәбиров.
Отряд командиры Рәмил Үлмәҫбаев, һалдаттарҙы имен-аман алып ҡайтыр өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын, тип белдерҙе. "Хаҡлыҡ - беҙҙең яҡта, Еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ! " - тине "Самурай" ҡушаматлы ҡурҡыу белмәҫ башҡорт уҙаманы.
Редакциябыҙ өсөн үҙ кешегә әйләнгән командирға һәм яугирҙарға теләгебеҙ бер - шатлыҡлы осрашыуҙар насип итһен!