Новости
12 Апреля 2023, 17:03

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына аудиойыйынтыҡ сығарҙы

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында «Журнал биттәре буйлап» һанлы аудиойыйынтығы сыҡты. Башҡорт телендәге йыйынтыҡ «Ағиҙел» әҙәби-публицистик журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына аудиойыйынтыҡ сығарҙыҺуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына аудиойыйынтыҡ сығарҙы
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы «Ағиҙел» журналының 100 йыллығына аудиойыйынтыҡ сығарҙы

"Аудиойыйынтыҡ флешкарталарҙа донъя күрҙе, уға 2011-2022 йылдарҙа журналда сыҡҡан һайланма әҫәрҙәр һәм мәҡәләләр ингән. Бөтәһе 520 сәғәтлек аудиояҙма тупланды", - тип белдерҙе китапхананың матбуғат секретаре Олег Кушнерук.

«Ағиҙел» журналы биттәрендә, Башҡортостан яҙыусыларының яңы әҫәрҙәре һәм ғалимдарҙың әҙәбиәт ғилеме буйынса хеҙмәттәре менән бер рәттән, республиканың сәйәси, социаль һәм иҡтисади хәле, фән, мәҙәниәт, мәғариф үҫеше тураһында мәҡәләләр даими баҫылып тора.

Техник эшкәртеү процесынан һуң «һөйләүсе» китаптар Өфөлә һәм республика ҡалаларында һуҡырҙар өсөн махсус китапханалар фондына тапшырыласаҡ.

 

 

 

https://kulturarb.ru сайты материалдарына таянып әҙерләнде.

 

 

Автор:
Читайте нас