Новости
11 Апреля 2023, 09:55

Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу була

13 апрелдә "Китап" магазинында күптәрҙең яратҡан яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу уҙасаҡ. 

Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу булаӨфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу була
Өфөлә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашыу була

Гөлсирә Ғиззәтуллина  – тормошто яҡшы белгән, кешеләрҙең күңел кисерештәрен яҡшы тойған ижадсы. Уның әҫәрҙәрен тормош күренештәрен һүрәтләп кенә ҡалмай, уҡыусыны төптән уйланырға мәжбүр итә.

- Иң уҡымлы баҫмаларыбыҙҙың береһе - "Кешеләр йондоҙҙар һымаҡ" китабының авторы менән яҡындан аралашыу һәм, әлбиттә, автограф алыу мөмкинлеге буласаҡ,- тип хәбәр итә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" магазинының матбуғат хеҙмәте.

Осрашыу көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.

Урыны: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.

 

https://kulturarb.ru

 

Автор:
Читайте нас