Новости
10 Апреля 2023, 09:45

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Бөгөн, 10 апрелдә, хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров гранатомётсы Илдар Ғилметдиновты, старшина Илнур Нурғәлиевты, психологик эштәр төркөмө офицеры Леонид Сайтаевты, водитель Виталий Поштаруҙы, взвод командиры урынбаҫары Салауат Фәтхиевты Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләне.

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙыРадий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы

 

«Иғтибар күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм, Радий Фәрит улы, һеҙгә шәхсән иғтибарығыҙ өсөн айырым рәхмәт», – тине Леонид Сайтаев.

Махсус хәрби операция зонаһында башҡорт яугирҙәренә рухи терәк булған отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт республика етәксеһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

«Унда яугирҙәребеҙ бөтә нәмә менән тәьмин ителгән, республика яғынан ҙур ярҙам күрһәтелә, хатта башҡа подразделениеларҙың хәрбиҙәре беҙгә көнләшеп ҡарай», – тине Виктор.

«Был егеттәрҙе, уларҙың ниндәй ҡыйыу икәнен беләбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа Ватанға хеҙмәт итәбеҙ», – тип билдәләне Хәмзә хәҙрәт.

Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм дин әһелдәренә еңел булмаған эштәре һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәләл ефеттәренә түҙемлектәре өсөн рәхмәт әйтеп, сәскә гөлләмәһе бүләк итте.

Автор:Азат Ғиззәтуллин.

"Башинформ" агентлығы.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас