Новости
10 Апреля 2023, 07:08

Ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына - 95 йыл

«Ватандаш» журналының тәүге мөхәррире, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына - 95 йыл

Ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына - 95 йылҒалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына - 95 йыл
Ғалим, яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың тыуыуына - 95 йыл
Ғайса Батыргәрәй улын хаҡлы рәүештә башҡорт халҡының рухи нигеҙен һалыусы тип атарға мөмкин. Хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килеп, йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим булып таныла ул. 1996—2001 йылдарҙа журналыбыҙҙың баш мөхәррире вазифаһын башҡарған осорҙа «Ватандаш»ты энциклопедик характерҙағы баҫма булараҡ үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һала. Бөгөн дә Ғайса Хөсәйенов булдырған традицияларға таянып эшләргә тырыша редакция хеҙмәткәрҙәре.

Ҙур аҡыл эйәһе булып та иҫ киткес ябайлығы, кешелеклеге һәм кеселеклеге менән хәтерҙәрҙә ҡалған олпат ғалимды хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ватандаштар.
 
Автор:
Читайте нас