Новости
7 Апреля 2023, 04:47

Балалар филармонияһы эстрада бейеүен һөйөүселәрҙе саҡыра

8 апрелдә Өфө балалар филармонияһының 10 йыллыҡ юбилейына арналған  «ӨДФ дуҫтарын йыя» программаһының сираттағы фестиваль көнө үткәрелә. Фестиваль сиктәрендә Өфө ҡалаһының балалар эстрада бейеү коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Балалар филармонияһы эстрада бейеүен һөйөүселәрҙе саҡыраБалалар филармонияһы эстрада бейеүен һөйөүселәрҙе саҡыра
Балалар филармонияһы эстрада бейеүен һөйөүселәрҙе саҡыра

- Фестиваль программаһы бик күп бейеү стилдәрен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Әммә балалар башҡарыуындағы эстрада бейеүе - сәхнә сәнғәтенең бик үҙенсәлекле бер төрө. Хәрәкәттәрҙең балаларса ихласлығы һәм тәбиғи еңеллеге композицияларға иҫ киткес һөйкөмлөлөк бирә. Өфө балалар филармонияһының концерт залына бейеү яратыусыларҙың барыһын да саҡырабыҙ. Йәш артистарҙың сағыу сығыштарын ҡарап ыңғай тәьҫораттар ала алырһығыҙ, - тинеләр филармонияла. 

 

Башлана - 15.00 сәғәттә.

Инеү ирекле.

 

https://kulturarb.ru

 

 

Автор:
Читайте нас